Кронарвирус таралыу сәбәпле, Мәскәүҙә бөгөндән алып барыһы ла өйҙә ултырырға тейеш. Был хаҡта йәкшәмбе көндө үҙ блогында баш ҡала мэры Сергей Собянин хәбәр итте: “Бөгөн мин коронавирустың тиҙ арала ныҡлап таралыуына юҡ ҡуймаҫ өсөн өҫтәмә саралар хаҡында указға ҡул ҡуйҙым. Мәскәү халҡы хәҙер, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһе лә өйҙә ултырырға тейеш”, тигән Собянин.