Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2020, 17:19

Әсәһе фронтта авиация-инженер батальонында шофёр була, йөҙ ҡоршаулы “Захарка” ны (элек “ЗИС-5” машинаһын шулай атайҙар) йөрөтә

300 ғилми мәҡәлә, 5 монография авторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхованың күркәм юбилейы менән ҡотлап, башҡорт тел ғилемендә функциональ грамматиканы өйрәнеүгә ҙур өлөш индереүсе ғалимә тормошонан ун ваҡиға.

300 ғилми мәҡәлә, 5 монография авторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхованың күркәм юбилейы менән ҡотлап, башҡорт тел ғилемендә функциональ грамматиканы өйрәнеүгә ҙур өлөш индереүсе ғалимә тормошонан ун ваҡиға.
1. Ата-әсәһе - Бөйөк Ватан һуғышын үткән фронтивиктар, Иҙрис һәм Сәғиҙә Аҡъюловтар ғаиләһендә донъяға килә.
2. Йондоҙ кеүек яҡты булһын тип, ата-әсәһе Зөһрә тип исем ҡуша.
3. Әсәһе фронтта авиация-инженер батальонында шофёр була, йөҙ ҡоршаулы «Захарка» ны («ЗИС-5» машинаһын шулай атайҙар ине) йөрөтә, Зөһрә Иҙрис ҡыҙы ла машина йөрөтөргә оҫта.
4. Юғары белем алыр алдынан уҡ хеҙмәт стажына эйә була. Уҡытыусы булып һаңғырау һәм телһеҙҙәр мәктәбендә эш башлай, уларҙың ым-ишараларын яҡшы белә.
5. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 1997” конкурсында Гран-при яулай. Был конкурста ҡатнашҡанда жюри рәйесе булған Марат Вәли улы Зәйнуллин уның тырышлығын, һәләтен куреп аспирантураға саҡыра, кандидатлыҡ, һуңғараҡ докторлыҡ диссертацияһы буйынса ғилми етәксеһе була.
6. 2008 - 2017 йылдарҙа Башҡорт филология факультетының деканы вазифаһын башҡара. 2017-се йылдан башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире.
7. 300 ғилми мәҡәлә, 5 монография авторы. Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй халыҡтары телдәре (башҡорт теле) белгеслеге буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау Советы ағзаһы.
8. 2020 йылда Башҡортостан Руспубликаһында уҙғарылған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә” номинацияһында еңеүсе.
9. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, ғәҙел, иғтибарлы, ихтирамлы. Һәр ваҡыт уҡый, эҙләнә. Әлеге ваҡытта инглиз телен ныҡлап үҙләштерә. Тәбиғәттән бирелгән һәләттәре лә күп. Һүрәт төшөрөргә ярата, матур йырлай, әммә был оҫталығын бик һирәктәр генә белә.
10. Ғаиләлә тырыш, һәр яҡтан уңған ышаныслы ҡатын. Өлгөлө әсәй. Татыу ғаиләһендә ире менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улы – инженер. Ҡыҙы – тәржемәсе, инглиз, француз телдәрен яҡшы белә. Бәхетле өләсәй ейәнсәре Диана менән Башҡортостан һәм башҡа илдәр буйлап сәйәхәт итергә ярата.
Читайте нас: