Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2020, 17:10

Яҙ һәм йәй миҙгелдәренең нисек булырын билдәләүсе халыҡ һынамыштары

Халыҡ һынамыштары

Халыҡ һынамыштары ни һөйләй?








Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып килһә – берҙәм яҙға.
Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була.
Ҡара ҡарғалар һәм һабан турғайҙары иртә килһә – йылы яҙға.
Торналар иртә килһә, яҙ иртә килә.
Ҡыр өйрәктәре һимеҙ килһә, яҙ һыуыҡ һәм оҙаҡ була.
Бал ҡорттары иртә оса башлаһа – һәйбәт яҙға.
Ҡайындан һут күп аҡһа – ямғырлы йәйгә.
Ҡайын еректән алда япраҡ ярһа – йәй ҡоро, ерек алдан ярһа – ямғырлы була.
Миләш һуң сәскә атһа – көҙҙөң оҙон булыуына.
Ҡоштар ояны ҡояшлы яҡҡа ҡора икән – һалҡын йәйгә.
Яҙ көнө үрмәксе ауҙары күп булһа, йәй эҫе була.
Читайте нас: