Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 14:30

«Беҙҙең атай менән әсәй һаман боронғоса йәшәй»

Быға тиклем ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡайтып китә инек.

Был көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина ғаиләһе менән ауылда ял итә. Был хаҡта үҙе инстаграм битендә: «Башҡа йылдарҙа был мәлдә ауылға ҡайтыу төшкә лә кермәй ине. Карантин иғлан итер алдынан ҡайтҡайныҡ, тегеләй-былай йөрөмәҫкә булдыҡ, ауылда ҡалдыҡ!, - тип яҙа. - Быға тиклем ашыҡ- бошоҡ ҡына ҡайтып китә инек, хәҙер иркенләп ятабыҙ. Элек ҡул теймәгән эштәр эшләнелә. Ауылда йәштәрҙең йорттары ҡаланыҡыларҙан ҡалышмай, ә беҙҙең атай-әсәй һаман боронғоса йәшәй! Әйҙә, тегеләйтәйек тиһәң, юҡ беҙгә былай оҡшай, тип һаман шул килеш ҡалдыралар. Кер йыуыу ауылда үҙе бер күренеш! Иртән иртүк биҙрәләрҙә, йә ҙур бакта һыу йылытаһың һуңынан ике таста һыу әҙерләйһең, башта бер ҡат йыуаһың, һуңынан икенсеһендә икенсе ҡат йыуаһың да өсөнсөһөндә, йәй булһа, йылғаға төшөп сайҡайһың! Көйәнтәгә ике биҙрә аҫып, ҡулға йәнә бер биҙрә туп - тулы кер һалып китәһең йылғаға! һуңынан инде кер элеп тораһың, артынса кибеп тора, Йәй көндәре рәхәт ул, ә ҡышын? Йортта сайҡап тышҡа сығарып элә генә башлаһаң, йә эләктергес һынып сыға, йә керең шыҡайып ҡата. Ҡулдар туңа, өшөгән ҡулдарҙы тастағы керҙәр араһына тығып йылытыһың да йәнә тотонаһың элергә. Иң ҡыҙығы, ҡыш көнө ошо йыуған әйберҙәрҙе керетәм тип, әллә нисә таҫтамал, простыня, наволочка, атайымдың салбар менән күлдәген һындырҙым мин. Инде кер бауынан алдым ғына тиһәм, яңылыш туң нәмәне һындырам да ҡуям! Вот эләгә ине аҙаҡ! Матур хәтирәләр иҫкә төштө бөгөн! Рәхәт күңелгә!Һеҙ нисек, йәмәғәт? Бирешмәйбеҙ, ивет!"
Читайте нас: