Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2020, 20:20

Икенсе кеше коронавирусты еңде!

Бөгөн республикала стационарҙа коронавирусҡа шик төшкән106 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 14-е - балалар. Әлебыл вирусты йоҡторған 10 кеше иҫәпләнә. 31 мартта Дүртөйөлөнән тәүге пациент һауығып сыҡһа, бөгөн тағы берәү был яман ауырыуҙы ауыҙлыҡланы. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймауға арналған брифингта хәбәр иттеләр. Әйткәндәй, бөгөнгө тиклем был вирусҡа 5816 тикшереү үткәрелгән.Донъяла 940 мең тирәһе кеше ошо вирусты йоҡторған. 194 мең самаһы кеше һауыҡҡан, 47 меңдән ашыу кеше үлгән. Рәсәйҙә 2777 осраҡ теркәлгән, 190 кеше һауыҡҡан, 24 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Бөгөн республикала стационарҙа коронавирусҡа шик төшкән106 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 14-е - балалар. Әле
был вирусты йоҡторған 10 кеше иҫәпләнә. 31 мартта Дүртөйөлөнән тәүге пациент һауығып сыҡһа, бөгөн тағы берәү был яман ауырыуҙы ауыҙлыҡланы. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймауға арналған брифингта хәбәр иттеләр. Әйткәндәй, бөгөнгө тиклем был вирусҡа 5816 тикшереү үткәрелгән.
Донъяла 940 мең тирәһе кеше ошо вирусты йоҡторған. 194 мең самаһы кеше һауыҡҡан, 47 меңдән ашыу кеше үлгән. Рәсәйҙә 2777 осраҡ теркәлгән, 190 кеше һауыҡҡан, 24 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Читайте нас: