Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 19:00

Бөгөнгө батырлыҡтары - өйҙә ултырыу

Әле генә иртәгә уҡыусыларға күрһәтеләсәк дәресте яҙҙырҙым. Һәм, әгәр ҙә уларға атай-әсәйҙәре ярҙам итмәһә, беҙҙең барлыҡ тырышлыҡтарыбыҙ ҙа заяға булаясаҡ тигән фекергә килдем.

Радий Хәбиров: "Әле генә иртәгә уҡыусыларға күрһәтеләсәк дәресте яҙҙырҙым. Һәм, әгәр ҙә уларға атай-әсәйҙәре ярҙам итмәһә, беҙҙең барлыҡ тырышлыҡтарыбыҙ ҙа заяға булаясаҡ тигән фекергә килдем. Балаларға анһат түгел бит. Улар тәүге тапҡыр ошондай хәлдә. Һәм шуға ла һеҙ, атай-әсәйҙәр, балаларығыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Үҙегеҙгә лә балаларығыҙ менән бергә өҫтәл артына ултырып, ул һәм ҡыҙҙарығыҙға ярҙам итеү кәрәк. Дистанцион уҡыу мәлендә улар ысынлап та белем алһын ине. Балалар белем алһын ә һеҙ шуны ойоштороғоҙ. Бныһы, бер. Икенсенен, бына мин нимәләр хаҡында уйланым: Һеҙ үҙ балаларығыҙға аңғартығыҙ быны, мин үҙемдекеләргә төшөндөрөрмөн: батырлыҡтар осоронда йәшәйбеҙ. Кешелә бөгөн иң яҡшы сифаттар арта, шулай уҡ - иң аламалары ла. Үҙ республикабыҙҙа ғына ла беҙ миҫалдарҙың яҡшыларын да, аламаларын да хәтһеҙ күрҙек. Оятһыҙ, аңһыҙ әҙәмдәрҙе язаға тарттырҙыҡ һәм тарттырабыҙ. Шулай ҙа бартырлыҡтар күберәк бөгөн. Уларҙың, йәғни балаларҙың бөгөнгө батырлығы – өйҙә ултырып, яҡшы өлгәшеү, бер-береһенә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк, түҙемлерәк булыу, тырышыбыраҡ уҡыу, юғары маҡсаттарға ынтылыу. Барығыҙға һаулыҡ теләйем. Ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтербеҙ һәм мотлаҡ еңербеҙ. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ!"
Читайте нас: