Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 20:55

Нурлан Ғәниев тормошонан ун ваҡиға

Шағир, Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист Нурлан Ғәниев тормошонан ун ваҡиға



Шағир, Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист Нурлан Ғәниев тормошонан ун ваҡиға


1.Нурлан Ғәниевтың әсәһе йөклө саҡта Ҡаҙаҡстанда йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа бара һәм уларҙың күршеләрендә йәшәүсе Нурлан исемле 5-6 йәшлек малайға “ғашиҡ була”. Малай уға шул тиклем оҡшай һәм: “Әгәр улым тыуһа, мин уға мотлаҡ Нурлан тип исем ҡушасаҡмын!” - тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Башҡортостанға ҡайтып бер-ике аҙна үтеүгә әсәй була һәм уға Нурлан тип исем ҡушалар. Шулай итеп, ул ваҡытҡа Нурлан был исемде Башҡортостанда иң беренсе йөрөтеүсе кеше була.
2. Нурлан Ғәниевтың әсәһенең исеме Тамара, ә фамилияһы, аңлауығыҙса, Ғәниева. Нурлан әсәһен арҙаҡлы шағирә Тамара апай Ғәниева менән таныштырып, дуҫлаштыра. Байтаҡ ваҡыт ике Тамара араһында хаттар яҙыша.
3. Нурлан беренсе класка 5 йәшендә бара. Башланғыс мәктәп кенә булған ауылда уның менән бер класка барырлыҡ йәштәштәре булмай. Шуға уны ике йәшкә өлкән малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бер класка ҡабул итәләр. Йәшкә иң бәләкәйе булһа ла, уҡыуҙа иң алдынғылар рәтендә йөрөй.
4. Нурлан Ғәниев бала саҡта ветеринар булырга хыяллана. Шуға үҙен уҡыусы ваҡыттан уҡ мал табибы булырға әҙерләй, хатта мәктәптә сығарылыш имтиханын да химия фәненән тапшыра. Тик районда ветеринария курстарын тиҙҙән ябалар. Моғайын ул бик хисле ветеринар булыр ине.
5. Иң яратҡан һаны — 5. Уның телефон һаннарында ла, шәхси документтарының бөтәһендә лә был һан бар! Хатта тыуган көнө лә 5 июль. “Берәй эш башларға булһам, унда бишле һаны бар икән, мин был эш һөҙөмтәһенең үзем өсөн дә, башкалар өсөн дә бик яҡшы булырын алдан уҡ беләм”, - ти ул.
6. Уның өсөн аҙнаның иң уңышһыҙ көнө — кесе йома. Тормошондағы иң күңелһез ваҡиғалар һәм ауыр миҙгелдәр тап ошо көнгә тура килә икән. Шуға ул был көнгә бер ни планлаштырмай, алыҫ юлға сыҡмай.
7. Нурлан Ғәниевтың шиғриәтендә иң йыш ҡабатланған һүҙ — “күңел”. Был һүҙ ҡулланылмаған бер генә шиғыры ла юҡ.
8. Уның һүҙҙәренә яҙылған иң “оҙон ғүмерле” йыр — “Балан йыя әсәй”. Көйөн 2005 йылда Рәдиф Зарипов ижад итә һәм 15 йыл дауамында радио-телевидениенан яңғырап тора.
9. Беренсе улы тыуыуы тураһында философия фәненән имтихан тапшырырға торғанда хәбәр итәләр (был ваҡытта ул БДУла ситтән тороп уҡыған була). Ул был хаҡта имтихан ҡабул итеүсе профессорга әйтә һәм уҡытыусы уға автомат менән “биш”ле ҡуйып сығара.
10. Бәләкәй сағында әсәһе менән Өфөгә килгәс Үҙәк баҙарҙа халыҡ араһында әсәһенән ҡалып аҙаша. Бер мөйөштә илап торған 4-5 йәшлек малайҙы милиционер күреп ҡала һәм тиҙ арала баҙар радиоһы аша хәбәр итә. Бер нисә минуттан әсәһе килеп етә һәм шатлыгынан бөтә аҡсаһына Нурланға туңдырма һәм кәнфиттәр һатып ала.
Читайте нас: