Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2020, 00:33

Тараҡанлы кәнфиттәр

Әсәй таба шажлатып ҡоймаҡ ҡоя. Еҫе тәмлеее булып өйгә таралған. Әммә мин быға бер ҙә ҡыуанмайым Киреһенсә, уф-ф-ф, тип йәнем көйә...

Әсәй таба шажлатып ҡоймаҡ ҡоя. Еҫе тәмлеее булып өйгә таралған. Әммә мин быға бер ҙә ҡыуанмайым. Киреһенсә, уф-ф-ф, тип йәнем көйә... Белеп торам, хәҙер ҡоймаҡтарҙы иретелгән май йә ҡаймаҡ менән майлаясаҡ та, өс тәрилкәгә тәрилкәгә бүлеп һаласаҡ. Береһе уның беҙгә. Уныһы ярай инде. Ә бына теге ике тәрилкәне миңә тоттороп: "Бар, эҫе генә сағында хәйер итеп алып барып кил", - тип сығарып ебәрәсәк. Хәйер алып барып биреүҙән биҙрәп тормайым мин. Уның яҡшы икәнен беләм. Барып инһәң, ҡыҙым килгән бит, тип шул тиклем дә ҡыуанып китәләр. Ихлас. Балаларса. Тәүҙә әсәйле-ҡыҙлы Маһира инәй менән Сабира инәйгә инәм. Улар, әллә кемдәре килгәнме ни, тиҙ генә самауыр яңырта, мине бер оло кешеләй күреп, өҫтәл артына ултыртып, һөйләшә-һөйләшә сәй эсәбеҙ. Унан һыуына башлаған ҡоймаҡтар иҫкә төшөп, юлымды дауам итәм. Икенсе өйгә килеп еткәс, инергә баҙнат итмәй, бер килке тупһала тапанып торам. Унан, барыбер инергә тип, ишеккә үреләм. Хәйеремде тиҙ генә бирә һалып, ысҡынып булһасы! Туҡта ла туҡта, кәнфит бирәм, тип, сығармайҙар. Мин, бала кеше, тыңламайынса булдыра алмайым. Унан, әсәйем дә ҡушмай, бирәләр икән, ал, уар бит оло кешеләр, ихлас ҡыуанып бирә, тип ороша. Лотфулла апаларға инергә теләмәүемдең сәбәбе лә ана шул кәнфит. Улар миңә кәнфит бирә! Кеҫә тултырып! Кәнфит яратмайым икән тип уйлай күрмәгеҙ, бик яратам ул. Етмәһә, ул ваҡытта кәнфиттәр ҙә хәҙерге кеүек магазин тулып ятманы, байрамдарҙа, ҡунаҡтар килгәндә генә сығарыла ине. Тик... улар уны урындыҡта өҫтәл ролен үтәгән ашъяулыҡ өҫтөнә ябылған бысраҡ ҡына яулыҡ аҫтынан алып бирә. Ә унда... унда кәнфит кенә түгел шул. Унда... тараҡандар ҙа күренеп ҡала. Кеҫәгә кәнфит тултырғандарын саҡ көтөп алам. Үҙем ҡарамаҫҡа тырышам. Уф, йәһәтерәк булһындар ине инде!.. Ишектән атылып сығам да, ҡайтыр яҡҡа йүгерәм. Күршеләренең баҡса мөйөшөнә килеп еткәс, туҡтап, күреп ҡалыуҙарынан ҡурҡа-ҡурҡа баяғы кәнфиттәрҙе түгеп китәм.
Ул ваҡытта мин мәктәптә лә уҡымай инем әле. Әммә хәйер бирергә йөрөүем, Лотфулла апаларҙың (инәйҙең исемен оноттомсо) көсләп кеҫәгә кәнфит тултырыуы гел иҫемдә. Ҡыҙыҡ, улар минең уй-кисерештәрҙе һиҙҙе, тойҙомо икән шул саҡта? Үпкәләмәнеләрме икән, кәнфит кәрәкмәй, тип ҡырталашҡан ваҡытта? Ул тараҡандар ҙа әллә йөрөгән унда, әллә юҡ. Әллә ауырып, өйҙәрен таҙа тоторға хәлдәре булмай, бысрағыраҡ йәшәгәһәләр, үҙем уйлап сығарған нәмә булдымы? Иҫләмәйем...

Читайте нас: