“Тамашасым мине тышҡы ҡиәфәтем өсөн түгел, эске донъям, моңом өсөн яратһын...”
Ҡарурманда аҙашһам да, тормошомда аҙашманым...
Ике йәшлек сағында ҡарурманда аҙаша ул... Өләсәһе бейә һауған арала, уйынға әүрәп, йәйләүҙән ситкә сығып китә лә юҡ була. Ике көн, ике төн эҙләйҙәр. Өсөнсө көндә генә көтөүсе ағай Ирәндектең иң үренә менеп, түбәнгә баҡҡас, шәйләп ҡала үҙен. Ярай әле өләсәһе күҙ уңынан юғалмаһын тип, ябындырған ҡыҙыл яулығын ташламаған. Хәлһеҙләнгән, унда абынып, бында һөрлөгөп бит-ҡулдары йәрәхәтләнгән, мәтеләнгән килеш табып алалар уны. Меҫкен сабый ул саҡта нимәләр генә уйлап, нимәләр генә кисергәндер?! Фәрештәләре һаҡлағандыр, һаулығына зыян килмәгән...
Өлкән ҡыҙына йөклө саҡта сабыйы донъяға ауаз һалырға ике аҙна ҡалып, табипҡа күренеү ваҡыты еткәс, ат егеп, әсәһе йәшәгән ауылдан Баймаҡҡа дауаханаға юлланып, көслө яҙғы ташҡынға эләгә. Лысма һыу булған пәлтәһен арбаға сисеп һалып, өҫтөндәге кейеме туңған килеш алты саҡрым араны йүгереп үтергә тура килә уға. Бәхетенә күрә, үҙе лә, ҡарынындағы сабыйы ла иҫән ҡала...
25 йәшлек сағында йәнә бер ҡурҡыныс фажиғә һағалап тора уны. Был юлы газ шартлау сәбәпле йортонда янғын сығып, бик ауыр йәрәхәттәр ала. Тәне 85 процентҡа зыян күрә. Ике ай дауамында үлем менән көрәшә ул. Ҡыбырлай ҙа, һөйләшә лә алмай. Дүрт ай ярым ваҡыттан һуң аяҡҡа баҫа. Дауаханаға 62 кило булып инһә, унан 122 килограммға етеп сыға. Тын юлдары ла зарарлана. Ошо сәбәпле тауышына бер аҙ зыян да килә...
2001 йылда автоһәләкәткә тарып, был юлы ла иҫән ҡала...
Олоһон да, кесеһен дә ҡабатланмаҫ моңо менән таң ҡалдырған, тәбиғилеге менән арбаған Бибисара Азаматова күргән-кисергән ваҡиғалар былар... Яҙмамды уның тормошондағы һынауҙарҙан башлауым тиктән түгел. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашып та, хыянатты, көнсөлдәрҙең мәкерле уйынын күреп тә, йөрәген саф килеш һаҡлай, ысын мөхәббәттең, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән кеше генә Бибисара ханым һымаҡ ихласлыҡҡа, һис ниндәй яһалмалыҡҡа юл ҡуймай, йырҙарын йөрәктән йөрәккә еткереү көсөнә эйә була алалыр. Ысынлап та, йырлағанда, ул, әйтерһең дә, үҙенең бормалы-бормалы тормош юлы, тәрән тойғолары, уй-хыялдары, тамашасыһына тәғәйен теләктәре хаҡында бәйән итә...
Бибисара Азаматова теүәл етмеш йыл элек Баймаҡ районының ҡосаҡҡа һыймаҫ меңйәшәр ҡарағастар һәм ҡайындарға бай бәләкәй генә Бәхтигәрәй ауылында донъяға килгән. Атайлы бала булып үҫмәгән ул. Әсәһе колхоз эшенән бушамағас, 7–8 йәшкә саҡлы өләсәһе тәрбиәһендә буй еткергән. Ул ейәнсәренә бәләкәй генә камзулдар, күлдәктәр тегеп кейҙергән. Үҙе менән урманға емеш-еләккә алып йөрөгән. Уларҙың ғаиләһендә барыһы ла моңға бай була. Өләсәһе лә, әсәһе лә бик матур итеп йырлай. Бибисара ла сабый ғына сағынан уҡ ихласлап башҡорт халыҡ йырҙарын һуҙа. II класҡа барғас, әсәһе ҡыҙын үҙе янына ала. Баламды кеше араһында кәм-хур итмәйем типтер инде, ул төндәрен күрше-тирәгә кейем-һалым тегә. Ғүмер буйы көрәк менән һәнәк тотоп эшләгәс, ҡулдары ярылып, ҡанап ыҙалатыр була. Бибисара шәм йылыһында туң майҙы эретеп, уның яраларына һөртә. Үҙе лә әсәһенә ярҙам итергә генә тора. Кейәүгә сығырға йыйынған ҡыҙҙарға бирнәгә ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар сигергә лә оҫтарып ала ул. Тик барыбер фәҡирлектән, юҡлыҡтан ҡотола алмайҙар.
Уларҙың ауылында дүрт йыллыҡ ҡына мәктәп була. Әсәһе ҡыҙын, Баймаҡта фатирға түләп торорлоҡ мөмкинлек юҡ тип, артабан уҡытып тормаҫҡа ҡарар итә. Йәнә бер тапҡыр дүртенселә уҡыр ҙа, бер-ике йыл колхозда эшләгәс, кейәүгә сығыр әле, тип фекер йөрөтә. Ә Бибисара быға ҡыуана ғына. Сөнки сабый сағында айырым йәшәгәс, әсәһе янында оҙағыраҡ тороуҙы танһыҡ күрә. Ләкин етәкселәр быға юл ҡуймай. Ауыл советына саҡыртып, Бибисараны артабан уҡытырға бойоралар. “Баймаҡта йәшәр урын булмаһа, ана, Темәскә балалар йортона урынлаштыр”, – тигәстәре, әсәһе, баламды унда илтеп тапшыраһым юҡ тип, уны егерме бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Таулыҡайҙағы апаһына алып китә. Бибисара V класты шунда ятып уҡый. Үҙе аҙна һайын әсәһе янына ҡайта. Алмаш кейеме булмағас, мәктәпкә кейгән ботинкаһы менән ойоғон сисеп, муйынына аҫып ала ла көҙгө һалҡын көндәрҙә лә урман-тауҙар аша ялан аяҡ йүгереп ҡайтып етә икән. Тиңдәштәре Бибисараны атайһыҙ тип үҙҙәренән ситләтә. Ә уның башҡалар менән уйнағыһы килә. Әсәһенең йәшереп ҡуйған кәнфиттәрен урлап алып сығып таратып, үҙенсә шул ҡыҙҙарға ярарға тырыша. Ә улары этләшеүҙән тәм таба. Тыңлаусан, күндәм Бибисараға ҡышҡы һалҡын көндә йә тимер яларға ҡуша, йә боҙға баҫтырып шыуырға тәҡдим итеп, быймаһының табанынан яҙҙыра.
Бишенсене тамамлағас, кешелә ятып, йәйәү йөрөп уҡыуҙың ауыр икәнлеген аңлаған Бибисара, әсәһенә хәбәр итеп тә тормайынса, документтарын Сибай интернатына алып барып тапшыра. Шул уҡ йылды йәйге осорҙа колхозға ат тырмаһына эшкә урынлаша. Әсәһе иһә, колхоз эшенән арыным тип, биш балалы тол иргә кейәүгә сыға. Әммә бында йорт мәшәҡәттәренән, бала ҡарауҙан бушай алмай. Ире һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтҡан икән. Шуға ла ауыр эшкә барымы булмай. Бибисара йәйге каникул мәлдәрендә, башҡа балалар лагерҙа ял иткәндә, колхозда көнөнә өсәр тапҡыр 25-әр һыйыр һауа, шул арала, әсәһен йәлләп, уға бесән сабыша. Унынсыны тамалағандан һуң, әсәһе: “Уҡырға инергә теләһәң, бер һыйырҙы тотона алам. Әммә башҡа ярҙам һорама, артабан үҙ көнөңдө үҙең күрерһең”, – ти. Тик Бибисара әлегә олхозда ҡалып, һауынсы эшендә йөрөп торорға уйлай. Тик әлеге лә баяғы етәкселәр тынғы бирмәй. Белем алырға өгөтләйҙәр. Йәнең теләгән йүнәлеш буйынса китә алаһың, тиҙәр. “Мин хирург һөнәрен үҙләштерергә теләйем”, – ти Бибисара. “Әйҙә, санитарка булып эшләп, бер аҙ тәжрибә тупла ла уҡырға инерһең”, – тип дауаханаға урынлаштыралар. Тик тәүге операциянан һуң уҡ, сирҡаныс кисереп, был йүнәлеш уныҡы түгеллеген аңлай ҙа яңынан колхозға әйләнеп ҡайтмаҡсы була. Райкомға килгәс: “Бына һыра заводы асылырға тора, унда йәш көстәр кәрәк. Шунда комсомол ойошмаһы секретары булып барасаҡһың”, – тиҙәр уға.
Бибисараның тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Ул ҙур кинәнес менән яңы эшкә тотона. Тап ошо йылдарҙа ҡыҙ бала кейәүгә сыға. Хәләленә ике ҡыҙ таба. Өлкәне тыуғас, уны Одессалағы Ломоносов исемендәге аҙыҡ-түлек институтына уҡырға ебәрәләр. Һигеҙ ай ситтә белем алып ҡайтҡандан һуң мастер итеп тәғәйенләйҙәр үҙен. Ошо осорҙа иптәше лә хеҙмәттә булып ҡайта. Бик яратышып өйләнешһәләр ҙә, хәләле менән бергә оҙаҡ йәшәй алмайҙар. Ире эсергә әүәҫләнеп алғас, айырылышалар.
Бибисара Азаматова һыра заводында утыҙ йыл эшләй. Шуның егерме йылы – директор вазифаһында. Етәксе итеп белгестәрҙе быға саҡлы ҡырҙан саҡыралар ҙа, улары оҙаҡ тормай китеп олаға икән. Бибисараның төрлө ҡалаларҙа квалификацияһын арттырыуын, булдыҡлылығын, тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәткәр икәнлеген, район, ҡала советы депутаты вазифаһында байтаҡ эштәр атҡарғанын күреп-белеп йөрөгән етәкселәр уны ошо вазифаға тәҡдим итә. Һуңынан ул ситтән тороп Мәскәү аҙыҡ-түлек институтын да тамамлай. Бибисара Азаматова ысын мәғәнәһендә талантлы директор була. Ошо ябай ғына башҡорт ҡатынының йүнселлеге, оло-оло түрәләр менән һөйләшеп-килешә белеүе, хатта халыҡ-ара бәйләнештәр ҙә булдырыу оҫталығы хайран итә. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә барып, заманса, өр-яңы ҡорамалдар юллап ала. Властҡа Горбачев килеп, “ҡоро закон” иғлан иткәс, тиҙ арала бизнес-план төҙөп, һыра урынына башҡа төр продукттар сығарасағын белдереп, заводты һаҡлап алып ҡалыуға, төҙөлөш материалдары булмаған шарттарҙа ла, сараһын табып, бинаны төҙөкләндереүгә өлгәшә. Ысынлап та, заводта төрлө цехтар эшләй, һыранан тыш макарон изделиелары ла, һәр төрлө кәнфиттәр ҙә, мармелад та, кеүәҫ тә, газлы һыу ҙа етештерелә. Сәнәғәт гөрләп тора. Тормош ҡайнай. Бибисара ханымдың эшмәкәрлеге тейешенсә баһалана. Әммә заманалар үҙгәреп тора. Йылдар үткәс, төрлө сәбәптәр арҡаһында, уға яратҡан эшен ҡалдырырға тура килә. Тик ул киткәндән һуң завод эшмәкәрлеге һүлпәнәйгәндән-һүлпәнәйә барып, бер аҙҙан бөтөнләй һүнеп ҡуя.
Директорлыҡтан киткәндән һуң Бибисара ханым һатыу өлкәһендә лә эшләп ҡарай. “Әммә был йүнәлеш минеке түгел. Тап сәнәғәттең үҙендә эшләй торған кеше инем. Тауарҙы бер хаҡҡа алып, икенсе хаҡҡа һатыу булмышыма тап килмәй. Мин улай тәрбиәләнмәгәнмен. Бала-саға, әбей-һәбей инһә, нимәне лә булһа бушҡа биреп сығара инем. Бер ваҡытта ла байлыҡҡа ынтылманым. Егерме йыл етәксе вазифаһында эшләп, хаҡлыҡ кенәгәм дә булманы минең. Хөкүмәт милкенә ҡыҙыҡманым. Был йәһәттән намыҫым таҙа”, – ти ул. Һуңынан, етәкселәр һорауы буйынса, инде ҡасанан бирле ябыҡ торған ресторанды егерме көн эсендә тергеҙеп, шул йүнәлештә лә уңышлы ғына эшләп ала.
2002 йылда Бибисара ханымды Өфөгә Башҡорт халыҡ ижады үҙәгенә директор урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Баш ҡалаға ул үҙен түгел, иң тәүге сиратта балаларын, тиҙҙән студент буласаҡ ейәне хаҡында уйлап, ул сит тупһала йөрөмәһен, тип күсеп килә. Башта – үҙе, һуңынан ҡыҙҙары ла Өфөлә төпләнә.
Бибисара ханымдың һис ауырлыҡһыҙ бер йүнәлештән икенсе йүнәлешкә, йәғни сәнәғәттән сәнғәткә күсеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Баймаҡта йәшәгәндә район кимәлендәге бер сара ла уның ярҙамынан тыш үтмәй. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршлыуҙа ҡатнашмай ҡалғаны булмай. Был хаҡта унан бер кем дә һорамай. Ул барыһын да үҙ теләге менән башҡара. Ниндәйҙер төбәк-ара конкурс үтһенме, берәй театр, төркөм йә айырым йырсы гастролдәр менән килһенме, барыһын да алып ҡайтып ҡунаҡ итер, йоҡлатыр, күстәнәстәр биреп оҙатыр була Бибисара ханым.
Әйткәндәй, заманында уны Заһир Исмәғилев үҙе Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға саҡыра. Тик ҡыҙ баланың уҡырлыҡ мөмкинлеге генә булмай. Шулай ҙа ул бер ваҡытта ла моңдан айырылмай. Баймаҡта сағында ла уны таныйҙар, яраталар, радиоға саҡыртып йырҙарын да яҙҙыралар. Фәриҙә Ҡудашева ла яҡын күрә уны. Халыҡ алдында сығыш яһауын, сәхнәгә сығыуын һорай. Тик Бибисара ғына ул саҡта үҙе яратҡан сәнәғәтенән китергә теләмәй.
Өфөгә килгәс, Бибисара Азаматова Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендә директор урынбаҫары, ятаҡта комендант, Хореография училищеһында китапханасы булып эшләй. Моң эйәһен күрмәй ҡалып буламы ни?! Уны төрлө йыр конкурстарына саҡыралар. Һәм шул уҡ ваҡытта талантлы ойоштороусы, үҙ бригадаһын төҙөп, гастролдәр менән йөрөй. Әйткәндәй, китапхансы эшен ул быйыл ғына ҡалдыра. Һәм хәҙер үҙен тулыһынса тамашасыһына бағышлай. Һуңғы йылдарҙа Бибисара ханым йәштәр менән дә әүҙем эшләй. Башҡорт дәүләт филармонияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Артур Туҡтағолов бригадаһы сафтарында гастролдәргә йөрөп, махсус ҡунаҡ булараҡ сығыш яһай.
“Был йәштә гастролдәр менән йөрөү ауыр түгелме, тип һорайҙар, – ти Бибисара апай. – Юҡ, тәҙрәнән тышҡа ҡарап, өйҙә ултырыуы ҡыйын. Булмышым шундай: мин кеше араһында йөрөргә тейеш. Концерттарҙан килгән аҡсаға яңы йырҙар яҙҙырам, костюмдар тектерәм. Йөҙөңдәге йыйырсыҡтарҙы бөтөрәйек, кәүҙә кәмселектәрең өҫтөндә эшләйек, һиңә тышҡы ҡиәфәтеңде үҙгәртергә кәрәк, тип төрлө мауыҡтырғыс тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итеп торалар. Ә мин быға ынтылмайым. Имиджымды үҙгәртергә теләгем юҡ. Халҡым алдына нисек бармын, шул килеш сығып баҫҡым килә. Тамашасым мине тышҡы ҡиәфәтем өсөн түгел, эске донъям, моңом өсөн яратһын”, – ти Бибисара ханым.
Һәм ул мең тапҡыр хаҡлылыр ҙа...