Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2020, 15:35

Минең дә ҡыҙым "Даун" синдромлы ине

“Бер хәл иҫкә төштө... “Сафияла ҡунаҡта” студияһы асылған мәл... Сафия менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл кемдер: “Земфира!” - тип ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым! Алдымда илле биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын тора, күәҙҙрендә ‒һағыш, тауышында ‒ ниндәйҙер шом. Бер ‒ миңә бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Сафия һәр ваҡыттығыса ихласлап: “О-о-о, привет, как дела?” - тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре килеп сыҡты. “Эх, минең дә ҡыҙым даун синдромы менән ине, ләкин мин ҡалдырып киттем.

Зефира Байбулдинаның инстаграм селтәрендә сәхифәһенән:
“Бер хәл иҫкә төштө... “Сафияла ҡунаҡта” студияһы асылған мәл... Сафия менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл кемдер: “Земфира!” - тип ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым! Алдымда илле биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын тора, күәҙҙерндә ‒һағыш, тауышында ‒ ниндәйҙер шом. Бер ‒ миңә бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Сафия һәр ваҡыттығыса ихласлап: “О-о-о, привет, как дела?” - тигәйне, ҡатындың күҙ йәштәре килеп сыҡты. “Эх, минең дә ҡыҙым Даун синдромы менән ине, ләкин мин ҡалдырып киттем. Хәҙер уға утыҙ йәш тирәһе булыр ине”, - тип йәнә мыш-мыш килеп танауын һөрткөләне! Бына һин молодец ҡурҡмағанһың ,ә миңә ирем шунда уҡ әйтте: өйгә алып ҡайтып йөрөһәң мине күрмәйәсәкһең, кешенән оят “урод” бала тапҡан тип һөйләрҙәр, тине. Ул ғына ла түгел, врачтар ҙа йәбеште: “Ул оҙаҡ йшәмәйәсәк, атламаясаҡ, бер нәмә лә аңламаясаҡ, йәшһең әле, тағы табырһың”, - тинеләр. Мин иҫәңгерәп ҡайт та кит, өйҙәгеләргә үле тыуҙы тинек. Даун бала онотолоп китте, ҡайҙа икәнен дә белешмәнем, оноторға тырыштым. Донъя баҫты, балаларға әүрәнем, тик яңғыҙ өйҙә ҡалһам ғына йөрәк семтеп ала ине. Ошо мәлдә лә үҙемде тиҙ генә ҡулға ала инем. Ваҡыт үтә торҙо, ҡыҙҙарға ун йәш тирәһендә йәнә ауырға ҡалдым. Ирем ныҡ малай теләне, был ике ҡыҙҙы бик күңелен биреп яратмағанын һиҙә инем, гел генә: “Миңә бер малай табып алманың инде”, - тине. Шуға ла өсөнсөгә ауырлы саҡта, эх, малай ғына була күрһен тип теләнем! Теләк тормошҡа ашты! Тик балам тыуып оҙаҡ йәшәмәне, өсөнсө көнөнә үлде. Врачтар тегеләй-былай йүгерештеләр, тик ярҙам итә алманылар, йөрәге туҡтаны сабыйымдың. Был юлы больницанан ысынлап та үле бала менән сыҡғтым. Тормошомда мәшхәр башланды. Ирем баланың үлемендә мине ғәйепләп, шунда уҡ китте. Сабыйҙы ер ҡуйынына оҙатыу менән. Мин ике ҡҙым менән оло ҡайғы йөкмәп ҡалдым.
Читайте нас: