1. 1929 йылдың Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуа. Бәләкәйҙән етем ҡала һәм өләсәһендә тәрбиәләнә.
2. 1944 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
3. Һуғыштан һуң Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлай.
4. Өс йыл тирәһе Үзбәкстанда, унан һуң Ҡырмыҫҡалы районында уҡыта.
5. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый.
6. Кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы Мостай Кәрим ижадына арнала. Һуңынан был эшен дауам итеп Башҡортостандың халыҡ шағирының поэзияһына арналған “С веком наравне” тип аталған монографияһы Ташкентта рус телендә нәшер ителә.
7. Әҙәбиәткә тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә һәм башҡорт романы, проза жанрҙары хаҡындағы тәүге тикшеренеүҙәре үк ҙур эстетик зауыҡ менән яҙылалар. Һуңыраҡ ул әҙәби-тәнҡит һәм тикшеренеү мәҡәләләрен, “Әҙәбиәт һәм заман” тигән проблемаға туплап, китап итеп сығара.
8. Оҫта тәржемәсе булараҡ та таныла. Әҙәби ижадҡа ныҡлап тотонор алдынан И. Тургенев кеүек билдәле рус ижадсыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемәләй.
9. Әхиәр Хәкимовтың повестарын художестволы асыш тип һис икеләнмәй әйтергә була. 1971 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылған “Гөлбикә” повесынан башлап 1978 йылда донъя күргән “Алтынсәс” повесына тиклем яҙыусы бөтөн бер донъяны аса, башҡорт әҙәбиәтенә өр-яңы образдар, үҙенсәлекле характерҙар алып килә.
10. Бик күп повестарында, “Ҡош юлы”, “Өйөрмә”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ” романдарында, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы” кеүек тарихи һыҙатлы әҫәрҙәрендә Әхиәр Хәкимов халыҡтың тарихи көрәше – рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, шәхес азатлығына ынтылышы сағыла. Төрлө символик образдар менән байытылған һәр әҫәре яҙыусының ижадының үлемһеҙ икәнлеген раҫлай.