Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Апрель 2020, 21:20

“Мине шул саҡта рәнйеткәйне, балаһы ауырыу булып тыуҙы”

Эш тә ауыр саҡта ярҙам итә алмай.

Тормош мәғәнәһен йәшәй-йәшәй аңлайһың, башыңа ауырлыҡ төшкәндә эргә-тирәлә йөрөгән кешеләрҙең ысын йөҙө асыла. Был хаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина: “Сафия ныҡлап ауырый башлағас, тормош туҡтағандай булды. Уның ғүмере өсөн янып-көйөүҙәр күңел төбөндә сығыр-сыҡмаҫ әсәлек хисен тулыһынса уятты. Элекке эш өсөн, эфир өсөн борсолоуҙар, ҡайғырыуҙар, етәкселәр менән һүҙгә килешеп илауҙар – барыһы ла сүп икәнлеген аңланым. Мин ҡасандыр сәхнәгә сыҡһын, танылыу яулаһын тип көс һалған йырсыларҙың береһе лә ауыр саҡта шылтыратманы, дауаханаға килмәне. Киреһенсә:”Мине шул-шул саҡта рәнйеткәйне, балаһы ауырыу булып тыуҙы!”- тип үсәп йөрөүселәр булды. Шул саҡта аңланым: был тормошта ғаиләңдән, балаларыңдан яҡын бер кем дә юҡ икән. Башҡалар өсөн яныу кәрәк тә... тик изгелектәр онотола. Эш тә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Бары тик эргәңдә ышаныслы тормош иптәшең, аңлаған туғандар, бәхетле балалар булһын!”
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: