Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 20:55

Карантин тураһында дин нимә ти?

Был турала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин үҙ фекерен әйтте.

– Сир йоҡтороусы, йә коронавирус ныҡ таралған ерҙән ҡайтып, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау тураһында уйламай йәмәғәт урындарында йөрөү ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә. Шуның кеүек, тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә бер нәмәгә ҡарамай күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ, – ти ул.
Белеүебеҙсә, әлеге мәлә йәмәғәт намаҙҙары ваҡытлыса туҡтатылды. Ураҙа ваҡытында тәрәүих намаҙҙарын да күмәкләп үткәр тыйылыр, моғайын.
Читайте нас: