Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 23:10

Профессор ниңә шатланды?

Хазинаның грамына ла зыян килергә тейеш түгел.

Ғаян Мөлҡамановты университетта иң талапсан профессор тип беләләр.
Ғәҙәттә, башҡалар студенттарҙы имтиханға бишәрләп, алтышарлап индерһә, Ғаян Ҡөҙрәт улы улай итмәй. Бының серен ул ябай ғына итеп аңлата:
– Белем баһаһын үлсәгәндә үтә һаҡ булыу зарур. Хазинаның грамына ла зыян килергә тейеш түгел. Имтихан уҡытыусы менән студенттың икәүҙән-икәү йәнле аралашыуы ул.
Бына бөгөн дә егеттәр, ҡыҙҙар аудитория ишеге төбөндә һынау бирергә тип өймәкләшкән.
– Һаумыһығыҙ! – Бәләкәйерәк ҡарасман егет ҡыйыу аҙымдар менән бүлмә уртаһына етте лә өҫтәлдә ятҡан билетты алды.
Хөрәсән исемле мәңгелек студент ул. Нишләптер, тәүге көндән үк ошо уҡыу йортонда белем алыуы һәләк оҡшаны уға. Бына тиҫтә йыл инде хушлашырға ҡыймай йөрөй.
Профессор, бүлтәйеп сыҡҡан ҡорһағын һыйпап алды ла, егеттең белем багажын ҡапшай башланы.
– Шунан, ҡустым, Бөрйән районынан тип әйтәһең инде? Бик матур яҡтан икәнһең. Бөрйәндәрҙе хөрмәт итәм мин. Береһенән-береһе талантлы халыҡ йәшәй һеҙҙә. Бынау заманда атай-әсәйеңдең һине әҙәм итергә тип тырышып ятыуына "маладис"тан башҡа нимә әйтәһең! Әйткәндәй, атайың ҡайҙа эшләй әле?
Урмансы.
Оһ-о-о! – Иртәнән бирле студенттарға һорауҙар яуҙыра-яуҙыра йонсоған фән әһеле йылмайып ебәрҙе.
Ғаиләгеҙҙә нисә бала?
– Биш.
Туғандарың ҡайҙа эшләй?
Өлкән ағайым пилорама һатып алды ла таҡта ярҙыра, апайым бында, Өфөлә, теш табибы...
Ғаян Ҡөҙрәт улының кәйефе күтәрелеп китте. Ниһайәт, берәүҙән нормальный яуап ишетте бөгөн. Ә башҡаларҙы ташҡа үлсәйем. Китапта яҙылғанды кем дә белә уны.
Профессор ҙур ҡәнәғәтлек менән егеттең зачеткаһына “бишле”ле билдәһе ҡуйҙы.
Бер нисә көндән шыңғырҙап торған ҡарағай бураһы, яҫы таҡталар тейәгән «КамАЗ» машинаһы армыт-армыт тауҙар аша баш ҡалаға китеп бара ине...