Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2020, 21:51

Ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәш: карантин ваҡытында үҙегеҙҙе ҡарағыҙ!

Йәғни, ете көндә нисек танымаҫлыҡ булып үҙгәрергә?

Аҙна дауамында көнөнә бер тапҡыр битегеҙгә өйҙә етештерелгән маска һылағыҙ. Ә тирегеҙ һеҙҙе матурлығы менән ике ай буйы ҡыуандырасаҡ.
Дүшәмбе: 1 ҡалаҡ иҙмә хәлендәге кишергә шул уҡ күләмдәге үҫемлек майы менән манный ярмаһы һалып бутағыҙ.
Шишәмбе: 2 ҡалаҡ эремсеккә 1 ҡалаҡ һөт һәм 1 балғалаҡ бал һалып бутарға.
Шаршамбы: ҡыяр йәки алма иҙмәһе.
Кесейома: 1 йомортҡа һарыһына 1-әр балғалаҡ лимон һуты һәм кастор майы һалып бутарғыҙ. Был массаны марля йәки йомшаҡ туҡыма киҫәгенә һеңдереп, битегеҙгә ҡаплағыҙ (һыларға ярамай).
Йома: магазинда һатылған махсус косметика балсығына 1-әр ҡалаҡ ҡаймаҡ менән бал ҡушырға.
Шәмбе: 1-әр ҡалаҡ тоҙ менән ҡаймаҡты бутарға
Йәкшәмбе: 1 йомортҡа ағына 1 балғалаҡ бал, 1 аш ҡалағы ҡуйы һөт һәм ҡоймаҡ ҡамыры ҡуйылығына етерлек он һалып бутарға.
Һәр көн кис, йоҡлар алдынан бит тирегеҙгә үрҙә яҙылған маскаларҙы һөртөп, 20 минут тыныс ҡына ултырып йәки ятып торорға. Ваҡыт үткәс, тәүҙә - йылы, аҙаҡ һыуыҡ һыу менән йыуырға. Битегеҙ ҡоро кеүек тойолһа крем һөртөгөҙ.
Читайте нас: