Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2020, 00:29

Көслө заттың ғашиҡ булғанлығын нисек аңларға?

Мөхәбәттең иң юғары, изге бер хис булыуын, әҙәм балаһын төрлө сифатҡа индереп үҙгәртә алыусан көсө барлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Гүзәл заттар бындай мәлдәрҙә яңы асылған сәскәне хәтерләтһә, көслө заттарҙың ҡапыл ғына ғашиҡмы-юҡмы икәнлегенә төшөнөүе ауырыраҡ. Шулай ҙа түбәндәге ваҡиғалар быны аңларға ярҙам итер



Мөхәбәттең иң юғары, изге бер хис булыуын, әҙәм балаһын төрлө сифатҡа индереп үҙгәртә алыусан көсө барлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Гүзәл заттар бындай мәлдәрҙә яңы асылған сәскәне хәтерләтһә, көслө заттарҙың ҡапыл ғына ғашиҡмы-юҡмы икәнлегенә төшөнөүе ауырыраҡ. Шулай ҙа түбәндәге ваҡиғалар

быны аңларға ярҙам итер.





1. Холҡо үҙгәрәсәк. Быға тиклем мыштым ғына булғандар осоп йөрөйәсәк. Ә дәртле, йылмаяҡтар, киреһенсә, баҫалҡыланып, тынып ҡалыуы мөмкин.

2. Дуҫтар менән осрашыуҙарҙа, ҡунаҡтарҙа ла ул тик һеҙҙе генә “күрәсәк”.

3. Һөйгән кешеңдең тын алышын яҡындан тойоу, күҙенә тура ҡарап һөйләшеү, яйы сыҡҡанда ҡағылып алыу өсөн ғашиҡ ир-егет барыһын да эшләйәсәк. Һәм... ваҡыты нисек кенә тығыҙ булмаһын беренсе мөмкинселек сығыу менән һеҙҙең янға ашығасаҡ. Әгәр ҙә араларҙы йөҙәр, меңәр саҡрымдар бүлә икән көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратырға, “хәйерле иртә”, “тыныс йоҡо” теләп смс хаттар яҙырға “онотмаясаҡ”.

4. Әлбиттә, тәрбиәле ир-егет ҡатын-ҡыҙға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Әммә һиңә тыныс ҡына ҡарай алмағаны еләҫтә үҙенең өҫ кейемен ябырға, күләүектән күтәреп сығарырға беренселәрҙән булып атлығып торасаҡ.

Читайте нас: