Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2020, 16:15

Шағирә бейергә саҡыра!

Шағирә бейергә саҡыра!"Күңеле күтәренке булһа, кешеләрҙең бейегеһе килә. Моңһоу саҡтарҙа бейеп алһаң, шулай уҡ күңел ҡанатланып китә. Бейеү ул – тән сәләмәтлеге биреүсе гимнастика ла, йән байрамы ла. Мин элек тә бейергә ярата инем, әле лә бейеү илһамландыра һәм ауыр уйҙарҙан ҡотолдора. Бөгөн һеҙгә “Минең көйөм” тигән йырлап бейеү шиғырын бүләк итәм. Бәлки, уға кемдер яңы көй ҙә яҙыр", - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова. Баҫам һаман тилберерәк, Баҫҡан һайын ҡатыраҡ. Көйһөҙ нисек бейейһең, тип Һорамағыҙ аптырап. Көйһөҙ бейеп була тиме, Минең дә бар үҙ көйөм. Ҡурайһыҙ ҙа, гармунһыҙ ҙа Рәхәтләнеп бейейем. Күңелемдең дәртле хистәр Урғылып торған сағы. Йүләр тиһәгеҙ тиегеҙ, Бейейем әле тағы. Таянығыҙ ҙа бөйөргә Әйҙә, һеҙ ҙә бейергә. Кеше бейегәнен ҡарап, Күпме була түҙергә!

Шағирә бейергә саҡыра!
"Күңеле күтәренке булһа, кешеләрҙең бейегеһе килә. Моңһоу саҡтарҙа бейеп алһаң, шулай уҡ күңел ҡанатланып китә. Бейеү ул – тән сәләмәтлеге биреүсе гимнастика ла, йән байрамы ла. Мин элек тә бейергә ярата инем, әле лә бейеү илһамландыра һәм ауыр уйҙарҙан ҡотолдора.
Бөгөн һеҙгә “Минең көйөм” тигән йырлап бейеү шиғырын бүләк итәм. Бәлки, уға кемдер яңы көй ҙә яҙыр", - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова.

Баҫам һаман тилберерәк,
Баҫҡан һайын ҡатыраҡ.
Көйһөҙ нисек бейейһең, тип
Һорамағыҙ аптырап.

Көйһөҙ бейеп була тиме,
Минең дә бар үҙ көйөм.
Ҡурайһыҙ ҙа, гармунһыҙ ҙа
Рәхәтләнеп бейейем.

Күңелемдең дәртле хистәр
Урғылып торған сағы.
Йүләр тиһәгеҙ тиегеҙ,
Бейейем әле тағы.

Таянығыҙ ҙа бөйөргә
Әйҙә, һеҙ ҙә бейергә.
Кеше бейегәнен ҡарап,
Күпме була түҙергә!
Читайте нас: