"Башҡорт туғандар һорауы буйынса “Һағыныу” йырын башҡорт телендә сығарҙыҡ",- ти үҙен атҡаҙанмаған тип атаған талантлы йырсы Илсиә Бәдретдинова истраграмдағы сәхифәһендә. Бөгөндән барлыҡ музакаль майҙандарҙа ул йыр башҡорт телендә лә яңғырай икән. "Нисек килеп сыҡан?" - тип һорай йырсы.
Инстадуҫтары иһә: “Саф башҡортса килеп сыҡҡан”, “ Шулай дауам итһәң, Алла бирһә, Башҡортстандың атҡаҙанған йырсыһы булып китеүең дә ихтимал”, - тип яҙалар. Бәзеләре: “Ҡытай телендә йырлаһаң да тыңлайым”, - ти. "Башҡорт мишәре һин", - тип тә яҙалар.