Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2020, 23:00

“Кәрәкмәгәнгә ныҡ көнләште”

Эсмәгән ирҙәрҙе кешегә лә һанамаған заман булды бит.

Билдәле кешеләрҙең тормошо, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынмаған кеше бармы икән?!Яратҡан бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина үҙенең ғаиләһе хаҡында:“Беҙҙең халыҡта бер һыҙат бар: кейәүгә сыҡҡанһың икән, ҡара ҡан төкөрөп булһа ла һайлаған кешең менән бергә йәшәргә тырышаһың. Борон-борондан айырылыу һирәк булған. Әнүәр мине иҫ китмәле ныҡ яратты, - ти. - Әммә кәрәкмәгәнгә ныҡ көнләште. Ҡайҙа ғына ҡунаҡҡа барһаҡ та, тиҙерәк алып ҡайтып китергә тырышты. “Һинең ашың тәмле, әйҙә, өйҙә ашайыҡ”, – ти торғайны. Ана шул көнләшеүе ҡамасауланы, йәнә дуҫтарҙы дөрөҫ һайлай белмәне. Эсмәгән ирҙе кешегә лә һанамаған заман булды бит. Ана шуға эйәреп китеп кенә ғаиләне харап итте. Сит илдәрҙә лә, бында ла беҙгә һоҡланмаған кеше ҡалмай торғайны. Сувенир пар тип кенә йөрөттөләр бит. Әллә күҙ тейҙе инде тип тә уйлап ҡуям хәҙер. Өсәр көнләп юғалып торғандан һуң һағынып ҡайтып инә лә, “Үҙеңде шул тиклем яратам, тик һине күрһәм, нисек кире сығып китергә икән, тип уйлай башлайым”, тип аҙарынғаны бөгөнгөләй күҙ алдымда. Матур йәшәп, әлеге мәлгә тиклем ғаиләбеҙ һаҡланып ҡалһа, хаҡлы ялда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан күптәргә өлгө булыр инек тә бит, тип уйлайым. Ныҡ бошонғаным шул. Ғаиләбеҙ бик ауыр көс менән тарҡалды, әлбиттә. Әммә, әгәр айырылышмаһаҡ мин әлеге кимәлдә ултыра ла алмаҫ, бөтөр инем. Халыҡтан да оят була башлағайны. Ул үҙен аҡлар өсөн мине бысратырға тотонғайны. Үҙе атайһыҙ үҫкәнгә күрә, улыбыҙға һәйбәт атай булыр тип өмөтләнгәйнем. Атай еҫе нисегерәк була икән тип өҙәләнә инем, тип һөйләгәне лә бар ине. Төндәр буйы китап уҡып сыға торғайны. Уйлайым да аптырайым: шул хәтлем күп китап уҡыған кеше шундай хәлгә төшә аламы икән? Беҙҙең айырылышыу аяҙ көндә йәшен атҡандай ҡабул ителде. Бер кем белмәне ғаиләбеҙҙәге хәлдәрҙе. Бала хаҡына тип кире араларҙы ялғап та ҡараныҡ. Хатта Нурмөхәмәт хәҙрәтте саҡырып яңынан никах уҡытҡайныҡ. Һыҙланыуҙарымдың башы һиндә бит, тип әрнеп әйткән саҡтарым да булды. Әрнеп бейегәнемде аңланы, шикелле, халыҡ. Йәш ҡатыш сәхнәгә сыҡҡан саҡтарымды һиҙәләр ине.Үткәндәргә ҡайтырға тура килһә, Әнүәр менән аңлашып йәшәгән булһаҡ, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.
Читайте нас: