Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2020, 23:20

Һомғоллоҡҡа ынтылыу процесында нимәләрҙән баш тартырға?

Диетологтар күп ваҡыт кәүҙә ауырлығынан ҡотолор өсөн йәшелсә, емеш-еләк менән туҡланырға кәңәш итә. Әммә ҡайһы берҙәре, киреһенсә, һомғолоҡҡа ынтылыу процесын туҡтатыуы бар икән


Диетологтар күп ваҡыт кәүҙә ауырлығынан ҡотолор өсөн йәшелсә, емеш-еләк менән туҡланырға кәңәш итә. Әммә ҡайһы берҙәре, киреһенсә, һомғолоҡҡа ынтылыу процесын туҡтатыуы бар икән.


Гарвард ғалимдары егерме йыл дауамында 13 мең тирәһе ябығырға теләүселәр менән эксперимент уҙғаралар. Беренсе төркөм крахмалға бай аҙыҡтар, икенсеһе башҡа төрлө йәшелсә менән туҡлана. Тәүгеләренең һөҙөмтәһе ҡыуандырырлыҡ булмай.

Баҡһаң, улар картуф, фасоль, кукуруз, борсаҡ аҙыҡтарын йыш ашағандар икән. Әлбиттә, тулыһынса баш тартырға кәрәк тигәнде лә аңлатмай, әммә рационда кәметеү яҡшы. Уларҙы кишер, ҡабаҡ, болғар боросо кеүек йәшелсәләр менән алмаштырыу файҙалы.

Читайте нас: