Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2020, 13:46

Дуҫтарҙың да була төрлөһө

Ҡайһы берҙәренең һинең турала яҡшы хәбәр ишетеү менән һөмһөрө ҡойола...

1. Иң аҫтыртынының һинең турала яҡшы хәбәр ишетеү менән кәйефе үҙгәрә, йөҙөндә күләгәләр барлыҡҡа килә.
2. Үҙ яғын ғына ҡайыра. Бындайы һиңә ярҙам кәрәккәндә эше күплеккә һылтанып телефонын һүндереп үк ҡуйһа, үҙенә булһа төн уртаһында шылтыратып та бәләһен һалмаҫ тимә.
3. Уның менән осрашҡандан һуң үҙегеҙҙе яратмау, хатта күрә алмау тойғолары яраламы? Йәһәтерәк аралашыуҙы өҙмәгәндә тәрән депрессия һаҙлығына ла батырып ҡуйыуы бар.
4. Йөрәк серҙәрен бүлешер әхирәттәр былай ҙа бер нисәү генә була. Әммә һуңғы ваҡытта уға бер нәмә лә һөйләгегеҙ килмәһә лә, ундай дуҫлыҡтың артабан кәрәкме-юҡмы икәнлеге хаҡында уйланырға урын бар.
5. Һеҙҙең алдығыҙҙа икенсе яҡын дуҫын “сәйнәргә” яратыуы ла уның ысын иптәш була белмәүе хаҡында һөйләй.
Читайте нас: