Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 18:30

Азамат Юлдашбаев: "Хәрби кеше булырға хыялландым"

“Шоңҡар”ҙар. Бала саҡта ниндәйерәк хыялдар менән йәшәнегеҙ? Кем булырға теләнегеҙ?Азамат Юлдашбаев. Хәрби булырға хыялландым... Летчик... Советтар Союзында үҫкән малай бит мин... Ул саҡта һайлау мөмкинлеге юҡ ине: йә мәктәп директоры, йә колхоз председателе, йә инженер булам, тиһең. Ә минең хәрби булғым килде. Сөнки уларҙы ҡыҙҙар ярата (йылмая). Унынсыны тамамлағандан һуң документтарымды Кировоград ҡалаһы хәрби осоу училищеһына ебәрҙем. Миңә медицина тикшереүе үтергә ҡушылды. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡасандыр танауым һынған булып сыҡты. Шуға күрә унда уҡырға ҡабул ителеүгә яраҡһыҙ тип таптылар. Кем булырға һуң хәҙер? Колхозға тракторсы булып эшкә килдем. Көҙгә барыбер армияға аласаҡтар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, берәй нәмә уйлармын әле, тинем. Әсәйем генә: “Класташтарыңдың бөтәһе лә уҡырға инеп, документтарын тапшырып бөттө бит, һин ни эшләп йөрөйһөң, улым”, – тип хафаланғас, “Ярай, әсәй, мин дә уҡыйым”, – тип, Стәрлетамаҡ педагогия институтына документ тапшырырға киттем. Тик төбәп кенә ниндәй факультетҡа барырға һуң? Китап уҡырға яратҡас, филологияны һайларға кәрәктер тигән фекергә килдем. Шулай итеп, әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына имтихандар биреп, студент булып киттем. Тик октябрҙә ун һигеҙең тулғас та, армияға саҡыртып аласаҡбыҙ тип, военкомат учеттан төшөрмәне. Бер ай уҡығандан һуң райондан комисия үтергә “повестка” ебәрҙеләр. Армияға саҡыралар, тип ҡайтып киттем. Ҡыҙҙар оҙатып тороп ҡалды. Комиссия үттем. Бөтәһе лә һәйбәт. “Годен”. Бөгөн йә иртәгә килер тип “повестка” көтә башланым. Ә ул юҡ та юҡ. Шул арала ағайҙар менән айға яҡын төҙөлөш бригадаһында эшләп алдым. Һуңынан ғына белеп ҡалдым, баҡтиһәң, миңә “отсрочка” биргәндәр икән. Бер хушлашып ҡайтҡас, ҡабаттан институтҡа барыуы оят һымаҡ. "Совет Армияһы сафтарына алыуығыҙҙы һорайым” тип ғариза яҙып, хеҙмәткә барыуҙы тиҙләтергә тура килде. Шулай итеп, Мәжит күршем менән бер көндө әрмегә киттек. Мәскәү өлкәһендә, элемтә ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Армия миңә ысын мәғәнәһендә институт булды. Студенттар ҙа күп ине. Араларында “Бауманка”ныҡылар ҙа бар: Стас Старостин, Валерий Чернопятов, Володя Николаев, Андрей Дементьев... Текә Мәскәү егеттәре. Рок-н-ролл тыңлайҙар. Үҙҙәре килеп тороп зыялы – Бальзакты, Достоевскийҙы уҡыйҙар. Улар ыңғайына мин дә рок-музыкаға, рус классикаһына, донъя әҙәбиәтенә ылыға башлыным...“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, улар һеҙҙең донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәрткән?..Азамат Юлдашбаев. Донъяға ҡарашымды ла үҙгәртте, күңелемдәге бунтарлыҡ рухын да көсәйтте. Сөнки, ысынлап та, шәп егеттәр ине. Армияның нимәһе бар: ул барыһын да тигеҙләй. Берәү ҙә өҫтөн дә, кәм дә түгел. Ҡайҙалыр ете класс тамамлаған колхозсы малайы ла, “Бауманка”нан килгән текә Мәскәү егеттәре лә бер төрлө ҡанундар буйынса йәшәй. Әрме булғас, “дедовщина”һыҙ ҙа ярамай, әлбиттә. Ә хәҙерге армия армия түгел ул. Курорт йә шифахана ғына. Шуға унда барып ваҡыт үткәреүҙең мәғәнәһен дә күрмәйем.

Шоңҡар”ҙар. Бала саҡта ниндәйерәк хыялдар менән йәшәнегеҙ? Кем булырға теләнегеҙ?
Азамат Юлдашбаев. Хәрби булырға хыялландым... Летчик... Советтар Союзында үҫкән малай бит мин... Ул саҡта һайлау мөмкинлеге юҡ ине: йә мәктәп директоры, йә колхоз председателе, йә инженер булам, тиһең. Ә минең хәрби булғым килде. Сөнки уларҙы ҡыҙҙар ярата (йылмая). Унынсыны тамамлағандан һуң документтарымды Кировоград ҡалаһы хәрби осоу училищеһына ебәрҙем. Миңә медицина тикшереүе үтергә ҡушылды. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡасандыр танауым һынған булып сыҡты. Шуға күрә унда уҡырға ҡабул ителеүгә яраҡһыҙ тип таптылар. Кем булырға һуң хәҙер? Колхозға тракторсы булып эшкә килдем. Көҙгә барыбер армияға аласаҡтар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, берәй нәмә уйлармын әле, тинем. Әсәйем генә: “Класташтарыңдың бөтәһе лә уҡырға инеп, документтарын тапшырып бөттө бит, һин ни эшләп йөрөйһөң, улым”, – тип хафаланғас, “Ярай, әсәй, мин дә уҡыйым”, – тип, Стәрлетамаҡ педагогия институтына документ тапшырырға киттем. Тик төбәп кенә ниндәй факультетҡа барырға һуң? Китап уҡырға яратҡас, филологияны һайларға кәрәктер тигән фекергә килдем. Шулай итеп, әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына имтихандар биреп, студент булып киттем. Тик октябрҙә ун һигеҙең тулғас та, армияға саҡыртып аласаҡбыҙ тип, военкомат учеттан төшөрмәне. Бер ай уҡығандан һуң райондан комисия үтергә “повестка” ебәрҙеләр. Армияға саҡыралар, тип ҡайтып киттем. Ҡыҙҙар оҙатып тороп ҡалды. Комиссия үттем. Бөтәһе лә һәйбәт. “Годен”. Бөгөн йә иртәгә килер тип “повестка” көтә башланым. Ә ул юҡ та юҡ. Шул арала ағайҙар менән айға яҡын төҙөлөш бригадаһында эшләп алдым. Һуңынан ғына белеп ҡалдым, баҡтиһәң, миңә “отсрочка” биргәндәр икән. Бер хушлашып ҡайтҡас, ҡабаттан институтҡа барыуы оят һымаҡ. "Совет Армияһы сафтарына алыуығыҙҙы һорайым” тип ғариза яҙып, хеҙмәткә барыуҙы тиҙләтергә тура килде. Шулай итеп, Мәжит күршем менән бер көндө әрмегә киттек. Мәскәү өлкәһендә, элемтә ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Армия миңә ысын мәғәнәһендә институт булды. Студенттар ҙа күп ине. Араларында “Бауманка”ныҡылар ҙа бар: Стас Старостин, Валерий Чернопятов, Володя Николаев, Андрей Дементьев... Текә Мәскәү егеттәре. Рок-н-ролл тыңлайҙар. Үҙҙәре килеп тороп зыялы – Бальзакты, Достоевскийҙы уҡыйҙар. Улар ыңғайына мин дә рок-музыкаға, рус классикаһына, донъя әҙәбиәтенә ылыға башлыным...
Шоңҡар”ҙар. Тимәк, улар һеҙҙең донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәрткән?..
Азамат Юлдашбаев. Донъяға ҡарашымды ла үҙгәртте, күңелемдәге бунтарлыҡ рухын да көсәйтте. Сөнки, ысынлап та, шәп егеттәр ине. Армияның нимәһе бар: ул барыһын да тигеҙләй. Берәү ҙә өҫтөн дә, кәм дә түгел. Ҡайҙалыр ете класс тамамлаған колхозсы малайы ла, “Бауманка”нан килгән текә Мәскәү егеттәре лә бер төрлө ҡанундар буйынса йәшәй. Әрме булғас, “дедовщина”һыҙ ҙа ярамай, әлбиттә. Ә хәҙерге армия армия түгел ул. Курорт йә шифахана ғына. Шуға унда барып ваҡыт үткәреүҙең мәғәнәһен дә күрмәйем.
Читайте нас: