Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 20:07

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры тураһында яңы китап

“Был китап – йөрәк йәдкәре, рәхмәт һүҙе. Хәтер шаңдауы...”. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙинға (Ғафури районы Юлыҡ ауылында йәшәгән, тыумышы менән Сәйетбабанан) арналған китап сыҡты

Китапта Сәмиғулла Әхмәҙулла улының күркәм шәхесен тыуған иле, халҡы, ауылдаштары, нәҫел-нәсәбе алдында абруй яулаған ир-уҙаман – батыр яугир, уҡытыусы, йәмәғәтсе, ғаилә башлығы булараҡ ҡылыҡһырлаған иҫтәлектәр, сәхифәләр һәм уның үҙенең яҙмалары, төрлө саралар айҡанлы халыҡ алдында яһаған сығыштары урын ала.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин Ҡыҙыл йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "За боевые заслуги", “1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн”, “Будапештты азат иткән өсөн”, “Венаны азат иткән өсөн”, “Жуков миҙалы” һәм юбилей (Бөйөк Еңеүгә-20, 30, 40, 50 йыл) миҙалдары менән наградланған.
Ул үҙен тыныс тормошта ла һынатмай. Мәғариф өлкәһендә, йәмәғәтселектә күрһәткән уңыштары өсөн ул Ғафури районының юғары органдарының бихисап Почет грамоталары һәм ике мәртәбә“Социалистик ярышта еңеүсе”билдәһе менән буләкләнә (береһе Рәсәй кимәлендәге, икенсеһе - республика). Ауылдаштары 8 тапҡыр Ишмырҙин Сәмиғулла Әхмәҙулла улын Юлыҡ ауылы халҡы исеменән Ҡауарҙы биләмәһе ауыл советына депутат итеп һайлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ йылдар Юлыҡ ауылы ветерандар советын етәкләне, лайыҡлы кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауҙа совет ағзалары менән әүҙем эш башҡара. Юлыҡ ауылы менән һуғыштан һуңғы ғүмерен бәйләгән һәм ваҡытты бушҡа уҙғарырға яратмаған Ишмырҙин, ауылдың тарихын өйрәнә, шәжәрәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары альбомын, һуғыштан ҡайтҡан ветерандар тураһында “Хәтер дәфтәре” төҙөй.
“Ғүмер балҡышы” китабына “Хәтер дәфтәре”нән өҙөктәр тәҡдим ителә, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хеҙмәт ветераны, шағир Уйылдан Шәриповтың Сәмиғулла Әхмәҙулла улына һәм уның ҡатыны Мәрхәбәгә арнап яҙылған поэмаһы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иҫтәлектәре индерелә.