“Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә килеп төштө әле: Еҙнәйемдең ағаһы ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй. Ул бер мәлде еҙнәмә: “Килен менән ҡунаҡҡа килеп ҡайтғыҙ, ҡустым”, - тип хат яҙған. Апайым менән еҙнәм аптырашта ҡалған. Донъя күреп ҡайтҡылары ла килә, аҡсалары ла самалы икән. Унда барыуын барғас, нисек тә юл хаҡын ҡаплатырлыҡ берәй нәмә уйлап табырға кәрәк, тигән еҙнәм. Шунан апйыма: “Әйҙә һарай башындағы бесәнде ҡайсы менән ваҡ ҡына итеп тураҡлайбыҙ ҙа, тауарҙан матур ғына тоҡсайҙар тегеп, шунда тултырып “Башкирский чай для похудения” тип һатыбыҙ, ти икән. Былар ысанлап та шулай иткәндәр. Үҙҙәре менән байтаҡ ҡына “сәй” алғандар. Себергә барып, ҡунаҡ булып, сәйҙәрен һатып юллыҡ булһа ла аҡса эшләп ҡайтҡан былар. Бер йылдан һуң еҙнәмә тағы ла ағаһынан хат килеп төшкән. “Ҡустым, быйыл да ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Теге сәйегеҙ беҙҙең ҡатындарға бик килеште, ябығышып бөттөләр”, тиелгән икән унда. Еҙнәйем иһә уға яуап итеп: “Ниндәй сәй ти, быйыл ҡоролоҡ булды, һеҙгә түгел һыйырҙарға ла бесән юҡ әле “, - тип яҙып ебәргән...