Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 12:10

Рәмилә Сәлимгәрәева: "Ғәжәп: һаман да бала саҡтағы кеүекмен..."

Йөрәк ҡартаймаһын, тиһәң...Ғәжәп: һаман да бала саҡтағы кеүекмен. “Эх, Сәлимгәрәева, йөҙгә етеп килһәң дә балалыҡтан сыға алмайһың бит, ә!” – тип үҙемде шелтәләп тә алам ҡай саҡ. Ысынлап та, холҡом ғәләмәт шул: килеп тороп үсегеп, үпкәләп барам. Берәй эшкә тотондо ниһәм, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, сытырман йәбешеп, сәмләнеп китәм. Күңелем тулып илап та алам. Коллегаларымдың эштәрен ҡараһам, ихлас ҡыуанып, һоҡланыуымды белдерәм. “Ай, афарин! Эләктереп алған бит, тимәк, үҙ ҡарашы бар”, – тип уның ниндәй ҙә булһа ыңғай яғын табып ҡыуанам. Ғөмүмән, рациональ аҡылға ғына түгел, йөрәккә, эске тойғоларыма нығыраҡ буйһонам. Сөнки беләм, ул һине һис алдамай.

Йөрәк ҡартаймаһын, тиһәң...
Ғәжәп: һаман да бала саҡтағы кеүекмен. “Эх, Сәлимгәрәева, йөҙгә етеп килһәң дә балалыҡтан сыға алмайһың бит, ә!” – тип үҙемде шелтәләп тә алам ҡай саҡ. Ысынлап та, холҡом ғәләмәт шул: килеп тороп үсегеп, үпкәләп барам. Берәй эшкә тотондо ниһәм, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, сытырман йәбешеп, сәмләнеп китәм. Күңелем тулып илап та алам. Коллегаларымдың эштәрен ҡараһам, ихлас ҡыуанып, һоҡланыуымды белдерәм. “Ай, афарин! Эләктереп алған бит, тимәк, үҙ ҡарашы бар”, – тип уның ниндәй ҙә булһа ыңғай яғын табып ҡыуанам. Ғөмүмән, рациональ аҡылға ғына түгел, йөрәккә, эске тойғоларыма нығыраҡ буйһонам. Сөнки беләм, ул һине һис алдамай.
Читайте нас: