Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 13:55

Ҡыяр орлоғон нисек һайларға?

Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә.

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ.
Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ. Хаҡтары ла 10 һумдан йөҙ һумға тиклем. Әлбиттә, ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡыйбат орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар булды. Ә бына ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре орлоҡ эшләп ҡалдыра. Был осраҡта 2 – 3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымдар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттарҙағы ер еңел һәм йошмаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар 3 – 5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо оҡ градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4 – 7 көнлөк булғас, температураны 16 – 18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме? Быйыл мотлаҡ беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан гумат + 7, экстрасолом, гамаир, алирином, трихоцином кеүек зарарһыҙ, әммә файҙалы препараттар менән уларҙы инструкцияла яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртеп алығыҙ.
Ҡыярҙы иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә улытртырға һуң? Теплициға ултыртыласаҡ ҡыярҙы апрелдең 20-ләренән һуң, асыҡ түтәлгә иһә майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы күршеләрегеҙҙән бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге ҡыяр буласаҡ.
Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3 – 4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашламалар идереү талап ителмәй. Шулай ҙа үҫентеләр сибегерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртырҙан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.

Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.
Читайте нас: