Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Апрель 2020, 13:15

“Ни эшләп икеһен дә Хоҙай алманы икән?

Хурлығы ни тора!

Ағастарҙан һары япраҡтар ҙа ҡойолоп бөттө.Йылға буйында ҡаҙ-өйрәктәр ҙә ҡаңғылдашмай,улар хәҙер бөтәһе лә ҡурала бикле тора.Тиҙҙән ҡоштарҙы һуя башлаясаҡтар. Мин бахырҡайҙарҙы ныҡ йәлләйем.Йәй буйы апайымдар менән һап-һары бәпкәләрҙе ҡаҙ булғанса көтөп йылға буйынан ҡайтманыҡ бит.Көндәр ҙә һалҡыная башланы.Апайҙарым мәктәптә саҡта кү-
берәк өйҙә ултырам.Ҡапыл тышта эт өрҙө.Ҡапҡа шығырҙап асылды.Мин тәҙрә эргәһенә югереп барып,тышҡа ҡараным.Ҡаршыла ғына йәшәгән Хәлимә инәйҙең ашыға-ашыға беҙгә килгәнен күреп өлөсәйемә әйтә һалдым:
-Өләсәй,беҙгә Хәлимә инәй килеп ултыра.Ныҡ ашыға.Бер нәмәгә эләгеп йығылып китә яҙҙы.
Май тасҡап ултырған өләсәйем йомарламдарын бер туҫтаҡҡа һалып миңә келәткә сығарырға ҡушты ла ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә эргәмә килеп:
-Балам,бер ҡайҙа ла йөрөмә,өйҙә генә ултыр!Мин хәҙер килермен,-тип камзулын ҡулына тотҡан килеш галушын кейә.лә башланы.Ул арала Хәлимә инәй ишектән инер-инмәҫтән өләсәйемде күреп:
-Еңгә,башланды.!Хурлығы ни тора!Хоҙай икеһен алһа ла риза булыр инем!-
тип илап ебәрҙе.
-Ауыҙыңдан ел алһын!Тәүбә тиең!Ундай ниәтең булғас атаңдың башына миңә килеп ултыраһың?Үҙең хәл итер инең!-тине өләсәйем уға ныҡ асыуланып.
-Ярай,еңгә, һуҡранма!Күрәһеләрем,ахыры шулдыр.Әйҙә!-тип Хәлимә инәй тышҡа атылды.Өләсәйем уның артынан эйәрҙе.Әллә ике ҡаҙын һуя инде
Хәлимә инәй ҙә ҡаҙҙарын йәлләй микән?-тип тәҙрә аша ҡарап тороп ҡалдым.
Байтаҡ ҡына ваҡыт үтте.Ҡапҡа асылыуға тағы ла тәҙрәгә йомолдом.Өләсәйемде күреп, быяланы сиртеп, ҡулымды болғаным.Өләсәйем өйгә тыштан уҡ йылмайып килеп инде лә:
-Һөйөнсө!Хәтирә апайыңдың бәпәйе бар.Төштән һуң барып танышып ҡайтырбыҙ,-тиеп урҙала торған бер күлдәген һыпырып төшөрөп урындыҡҡа йәйҙе.
-Уй,ҡалай һәйбәт булған!Өләсәй,малай бәпәйме,әллә ҡыҙыҡаймы?-тип һорайым мин өләсәйемдең эргәһендә үрле-ҡырлы һикрәндәп. -Йылғанан тотоп алдыңмы,кемгә оҡшаған,исеме нисек?-тип бер алдына ,бер артына сығып төбәшеүемде дауам итәм.Өләсәйем:
-Бар тиҙ генә әсәйеңдәрҙең өҫтәлендә ятҡан ҡайсыны алып кил!Ә бәпәйҙе үҙең барып күрерһең,-тине. Мин ҡайсыға йүгереп барып килгәнсә,өләсәйем
күлдәген һүтә лә башлағайны.Мин быны күреп :
-Күлдәгең әрәм була ла инде,ниңә һүтәһең!-тип үҙем дә һиҙмәй ҡысҡырып ебәрҙем .
-Ғүмер уҙа,күлдәк туҙа.Оҙаҡ ҡына яратып кейҙем.Атайыңдың тәүге бүләге. Сермәнде уҡып бөтөп ҡайтҡан йылы теккәйнем. Бына хәҙер яңы ғына тыуған сабыйға кәрәге тейергә яҙған.Бөгөнгө көндә тауар табыуҙары... Кибеттәрҙәнн яулыҡлыҡ та тауар һатып алып булмай.Барыһына ла һуғыш ғәйепле,балам,һуғыш.Алла бойорһа,донъялар рәтләнеп китер әле.Ә был күлдәктән тағы бер балаға йүргәк сығасаҡ әле ул,-тип ҡулымдағы ҡайсыға үрелде.Тиҙҙән йүргәктәр әҙер булды.Өләсәйем бәләкәй тасҡа йылымыс ҡына һыу ҡойоп миңә щуларҙы сайырға ҡушып , үҙе ҡоймаҡ ҡойорға йыйынды.Ә мин һығылған керҙәремде тышҡа алып сығып,баҡсабыҙҙың рәшәткәһенә элеп сыҡтым да, ҡаҙҙар бикләнгән кәртә яғына йүгерҙем.Яңылыҡты кем менән булһа ла уртаҡлашырға кәрәк тә инде.!
-Ҡаҙҙар!Һөйөнсө!Хәтирә апайҙың бәпәйе бар.Әлегә исеме юҡ.Икенсе йыл бәпкәләрҙе уның менән көтәбеҙ инде,-типҡысҡырҙым.Ҡаҙҙар мине аңлағандай ҡанаттарын ҡағып ҡаңғылдашырға тотондолар.-Шула-а-а-й !Хә-
ҙер мин уны күрергә барам,-тип кире өйгә инеп киттем.Өләсәйем ҡоймағын
ҡойоп бөтөп бер сеүәтәгә бушатып ҡуйҙы ла келәттән яңы ғына тасҡалған
бер йомғаҡ май,бер сынаяҡ өҫтө бал индереп һике өҫтөнә ҡуйҙы.Сәй ҡумтаһынан өс семтем бөртөк сәй ,ҙур ғына киҫәк таҡта сәйҙән бүлеп алып
ҡурғашҡа төрҙө лә :”Мин тыштағы келәттән бәпәйҙе ҡойондорғанда һыуға
һалырға кипкән ҡарағат япраҡтарын,һинән ҡалған сөрөктө индерәм.Ә һин уйынсыҡтарың араһынан үҙеңә кәрәкмәгән бер-икәүһен һалып ал !”-
тип тышҡа сығып китте.Уйынсыҡтарымдың береһен дә биргем килмәһә лә
ҡумтамдан бәләкәй саҡта уйнатҡан бер нисә уйынсығымды һайланым да
бер аҙ аптырап ҡалдым:”Өләсәйемдән ниндәй бәпәй икәнен яҡшылап һорашманым да инде,”-тип тышҡа сығырға булдым.Ул арала бер ҡулына ҡарағат ботаҡтары,сөрөк һалынған туҙ моҙға,икенсе ҡулына олатайым эшләгән минең сәңгелдәгемде тотҡан өләсәйем күренде.
-Өләсәй,һин миңә бәпәйҙең кем икәнлеген әйтмәнең дә инде,шуға әле уйынсыҡтарҙы һайлап өлгөрмәнем,-тигән булдым.
-Әллә һайлап өлгөрмәнең,әллә биргең килмәй?Ә бәпәй -ҡыҙыҡай,-тип ул күстәнәстәрҙе бер сепрәккә һала башланы.
-Нишләп биргем килмәһен!Һин күлдәгеңде лә йәлләп торманың әле!Мин хә-
ҙер,-тип икенсе бүлмәгә йүгереп сығып киттем.Бер аҙҙан бер итәк уйынсыҡтарҙы өләсәйем алдына алып килеп ауҙарҙым.Өләсәйем тиҙ генә
күҙ йүгертеп алды ла:”Улай уҡ үтә асыҡ ҡуллы булыу килешмәй.Өйҙә ҡот ҡалырға тейеш,беҙең өйҙә лә бәпәйҙәр булыр әле” ,-тип өс уйынсыҡты һайлашып, ҡалғандарын ситкәрәк этеп ҡуйҙы.-Бөгөн көн йылы булғас ,йүргәктәр ҙә кибеп өлгөргән,юл ыңғайы төрөп алырбыҙ”-тип ҡулына сәңгелдәкте һәм күстәнәстәрҙе алды ,миңә сөрөк менән ҡарағат ботаҡтарын тотторҙо .Беҙ урам аша ғына сығып Хәлимә инәйҙәрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаныҡ.Тик ҡапҡа бикле булып сыҡты.Өләсәйем аптырап:”Аһ-аһ!Бынағайыш!Көпә-көндөҙ ҡапҡа бикләп?Килен!Хәлимә килен!Ас ҡапҡаңды!Беҙ килдек.”-тип һөрәнләүгә тәҙрәнән Хәлимә инәйҙең башы күренде.Өләсәйем ҡул болғаны.Тиҙҙән Хәлимә инәйҙең ҡапҡа янына килгәне ишетелде.
-Кем икән тип торам.Һин икәнһең икән еңгә!-тип Хәлимә инәй ҡапҡаһын ас-ты.Киренән бикләйем тигән ине,өләсәйем тегенең еңенән тартып:
-Ниңә юҡ менән булаһың, килен!Кеше һүҙенән,кеше күҙенән ҡапҡа бикләп кенә ҡотолоп булһа икән!?Күптәр ҡотолор ине.Киреһенсә ҡапҡаңды шар асып ҡуй.Кем танышырға килһә лә асыҡ йөҙ менән ҡаршы ал.Бәпәй хәҙер һәр кемгә лә танһыҡ.Баланы һин ҡаҡһаң,бөтә мир ҡағыр!Меҫкен булып ултырма!
-Ояты,гонаһы ни тора бит әле,еңгә!!!...Ҡыҙҙары тыума тапҡан тип күҙҙе лә астырмаҫтар инде.
-Йә,әйт әле ,бер һинең генә ҡыҙың шулай тапҡанмы?
-Юҡ та ул...
-Шулай булғас.Был хоҙай тәғәләнең эше.Һуғыш күпме кешене ҡырҙы.Кеше
бер бөртөк балаһынан яҙып ултырып ҡалды.Исмаһам,әҙәм һаны ошондай юл
менән булһа ла үрсеһен тийеүе был хоҙай тәғәләнең.
-Шул урман ҡырҡырға килгән урыҫтарҙы фатирға төшөрмәйек!- тип күпме ҡыр талаштым атаһы менән! Тыңламаны. Имеш,бәрәңге,ашлыҡ бирәләр...Ана, ризыҡтың ниндәйерәген ҡалдырып киттеләр ҡара йөрәктәр.!
-Етте!Ярһыма ла,өҙгөләнмә лә!Һәр бала был донъяға үҙ ризығы менән тыуа.Урыҫтар ул сәбәп кенә булған.Был ҡыҙҙы һеҙ хоҙайҙың бүләге итеп ҡабул итегеҙ.Улығыҙ йәшләй генә һуғышта ятып ҡалды.Унан тоҡом ҡалманы.Хәлимәгеҙ тыумыштан телһеҙ.Алма кеүек йәп-йәш ҡыҙҙарға кейәү юҡ бөгөнгө көндә.Һинең ғәрип ҡыҙыңа кейәү килеп сығыуҙары икеле,килен!..
-Улай тип тороп ни!Бәхетен табыр ине әле...
-Бәхете уның ошо ҡыҙ булыр,һеҙгә лә ҡартайған көнөгөҙҙә ышаныслы терәк,һыйыныр урын булыр,әгәр ҙә кәмһетмәй,рәнйетмәй үҫтерә алһағыҙ?
-Һин бигерәк инде,еңгә!Рәнйетеп ни!Үҙ балабыҙ ҙа баһа!Әйҙәгеҙ, өйгә инәйек,бәпәй илап бөткәндер ,- тип Хәлимә инәй мине етәкләп өйҙәренә табан атланы.
-Күптән шулай кәрәк ине.Ҡәйнеш менән дә үҙем һөйләшермен!-тип өләсәйем
дә Хәлимә инәйҙең артынан эйәрҙе. Беҙ өсәүләшеп өйгә индек.Өйҙә бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ кеүек.Тик оҙон урындыҡтың бер яҡ башына шау сәскәле шаршау ҡороп ҡуйғандар.Өләсәйем мине шул шаршауҙың янына алып килде лә:”Әйҙәгеҙ,танышығыҙ инде”,-тиеп ,ниндәйҙер доғаһын уҡып,шаршауҙы асты.Шаршау эсендә Хәлимә апай бәпәйен имеҙеп ултыра.
Ул мине күреп йылмайып ебәрҙе лә ,башта үҙенә,һуңынан бәпәйенә төртөп
күрһәтеп ,әллә ниндәй ауаздар сығарҙы.Быны ишетеп Хәлимә инәй ҙә беҙҙең
эргәгә килде.”Эй,бисара,әллә нимәләр һөйләрҙәй булып ултыраһыңдыр инде!-тип йөҙөн ситкә борҙо.
-Ә мин уның нимә тигәнен аңланым.-Хәҙер уның менән үҙем һөйләшәм,-тинем дә,бармағым менән бәпәйгә күрһәтеп ,ике ҡулымды күкрәгемә ҡыҫтым.Шунан танау аҫтыма бармаҡтарым менән мыйыҡ һыҙҙым да бер сәс толомомдан тарттым.Илаған булып ике усымды битемә ҡапланым.Бер аҙ һыңҡылдағас күҙҙәремде астым да кемгәлер йоҙроҡ күрһәттем.Хәтирә апай матур тештәрен күрһәтеп тағы ла йылмайып ебәрҙе.
-Уныһы нимә тигән була?Бер ни аңламанымсы?-тине өләсәйем миңә аптырап.
-Бәпәйҙе мин яратырмын.Әгәр малайҙар сәсенән тартһалар яҡлашырмын,кәрәк икән һуғышырмын тигәнде аңлата ,-тием мин өлкәндәргә башымды күтәреп .-Хәтирә апай күптән аңланы,һеҙ генә һаман аңламайһығыҙ!
-Эй.рәхмәт яуғыры,беҙҙең бәпәйҙең яҡлаусыһы ла бар икән!-тип Хәлимә инәй арҡамдан һөйөп ҡуйҙы. Шул саҡ йылмаайып ултырған Хәтирә апай ниңәлер мыш-мыш килеп иларға тотондо.Эре тамсы булып аҡҡан күҙ йәштәре бәпәйҙең битен сылатып бөттө. Бәпәйҙең битен ҡулым менән һөртәйем тигән инем,өләсәйем усыма ҡулъяулыҡ һалды ла:”Апайыңдың да йәштәрен һөрт,-тине.Минең шулай булышҡанды күреп микән Хәлимә инәй түҙмәне:
-Эй,балаҡайым,тел генәң юҡ шул!Әллә янып-көйөп,әллә ҡыуанып илап ҡына ултыраһыңдыр инде!-тип Хәтирә апайҙы ҡосаҡлап алды.Улар хәҙер икәүләп илаша башланылар.Өләсәйем йәһәт кенә урынынан тороп баланы һаҡ ҡына әсәһенең күкрәгенән айырып алып ,шаршау эсенән сығып, урындыҡ ситенә ултырҙы.Мин дә уларҙың эргәһенә баҫтым.Бәпәй шунда уҡ йоҡлап китте.Мин уның сәстәренән һыйпамаҡсы булып саҡ ҡына бөркәнгән яулығын
астым.Яулыҡ аҫтынан ҡаҙ бәпкәһен хәтерләткән һап-һары ғына сәстәрҙе күрҙем дә:”Мин бәпәйгә исем таптым!Һарысәс булһын уның исеме!-тип ҡысҡырып ебәрҙем.Тауышҡа шаршау эсендәгеләр ҙә килеп сыҡтылар.
-Борсолмағыҙ.Бер ни ҙә булманы.Бәләкәскә исем таптыҡ,шуға ҡыуанабыҙ,-тине өләсәйем әсәле-ҡыҙға һынсыл ҡарап.
-Ниндәй исем һайланығыҙ һуң,әйтә һалығыҙ!-тине йөҙҙәре асылып киткән Хәлимә инәй.
-Һарысәс! Һарысәс булһын исеме!-тиеп үтенәм мин Хәлимә инәйҙән.
-Ярар һуң,-ти әллә ни риза булмай ғына Хәлимә инәй.Быны һиҙеп өләсәйем
йәнә миңә ярҙамға килә.
-Бәпәйҙең олатаһы баҙарҙан ҡайтҡас кәңәшләшеп тороп исем ҡушырһығыҙ әле.Мәғәнәле,матур исем һайлағыҙ.Кеше исеменә ҡарап үҫә тиҙәр бит.Ә йүргәк исеме Һарысәс булһын!
-Беҙ риза,-тип ихлас итеп йылмайып , Хәлимә инәй бәпәйҙең исемен Хәтирә апайға аңлатырға кереште.Уныһы ла ризалығын белгертеп башын ҡаҡты.
Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: