Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Апрель 2020, 14:35

Салауат ағай менән бергә йырларбыҙ ҙа әле

“Шоңҡарҙар”. Ә бына һиңә ҡарата Салауат Фәтхетдиновтың дәғүә белдереүе, Гүзәл Уразова менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ ысын булған хәлме? Ошоноң ише ығы-зығыларҙы йырсылар үҙҙәренә пиар яһар өсөн үҙҙәре уйлап сығара икән, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй бит...Радик Юлъяҡшин. Шундай ығы-зығылар йыш булып тора шул. Һәм улар һис тә ялған түгел. Ып-ысын. Был минең урынымды яулап, тамашасымды “урлап” ҡуймаһын тип ҡурҡалармы икән, шоу-бизнеста билдәлелек яулай барған яңы кешене яратмайҙар...“Шоңҡарҙар”. Әммә һин юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Ошондай аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуғанда ла үҙеңде лайыҡлы тота, шуның менән дә халыҡтың ихтирамын яулай алдың.Радик Юлъяҡшин. Юғалып ҡалһам, кире ҡайтып китергә тура килер ине. Тик минең артҡа сигенергә иҫәбем юҡ. Ә Салауат ағай Фәтхетдиновҡа килгәндә, ҡасан да булһа уның менән дуҫтарса ултырып һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ тигән фекерҙәрмен. Бәлки, бергәләп йырларбыҙ ҙа әле. Минең бит әлегә уның менән күрешеп һөйләшкәнем дә юҡ. “Шоңҡар”ҙар. Әлегә тиклем күрешкәнегеҙ юҡмы?Радик Юлъяҡшин. Эйе, хатта ҡул бирешкән дә юҡ. Күрешергә тура килгәне булманы. Концерттар мәлендә лә юлдар киҫешмәй. Осрашмайбыҙ. Дөрөҫөрәге, осраштырмайҙар.

“Шоңҡарҙар”. Ә бына һиңә ҡарата Салауат Фәтхетдиновтың дәғүә белдереүе, Гүзәл Уразова менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ ысын булған хәлме? Ошоноң ише ығы-зығыларҙы йырсылар үҙҙәренә пиар яһар өсөн үҙҙәре уйлап сығара икән, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй бит...
Радик Юлъяҡшин. Шундай ығы-зығылар йыш булып тора шул. Һәм улар һис тә ялған түгел. Ып-ысын. Был минең урынымды яулап, тамашасымды “урлап” ҡуймаһын тип ҡурҡалармы икән, шоу-бизнеста билдәлелек яулай барған яңы кешене яратмайҙар...
“Шоңҡарҙар”. Әммә һин юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Ошондай аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуғанда ла үҙеңде лайыҡлы тота, шуның менән дә халыҡтың ихтирамын яулай алдың.
Радик Юлъяҡшин. Юғалып ҡалһам, кире ҡайтып китергә тура килер ине. Тик минең артҡа сигенергә иҫәбем юҡ. Ә Салауат ағай Фәтхетдиновҡа килгәндә, ҡасан да булһа уның менән дуҫтарса ултырып һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ тигән фекерҙәрмен. Бәлки, бергәләп йырларбыҙ ҙа әле. Минең бит әлегә уның менән күрешеп һөйләшкәнем дә юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Әлегә тиклем күрешкәнегеҙ юҡмы?
Радик Юлъяҡшин. Эйе, хатта ҡул бирешкән дә юҡ. Күрешергә тура килгәне булманы. Концерттар мәлендә лә юлдар киҫешмәй. Осрашмайбыҙ. Дөрөҫөрәге, осраштырмайҙар.
Читайте нас: