Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2020, 17:00

Был юлы кәйеф ҡырылды

Бер ҙә ҡыйын түгел.

Ҡыҙыбыҙ ауырып китте. Дарыу биреп ҡарайбыҙ, температураһы аҙға ғына төшөп тора ла, йәнә күтәрелә. “Ашығыс ярҙам” саҡырттыҡ. Утыҙ йәштәрҙәге мөләйем генә ҡатын килде. Үҙ-ара башҡортса аралашыуыбыҙҙы ишеткәс, ул да шытырҙатып беҙҙеңсә һөйләшә башламаһынмы!
– Ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, ошоларҙы алып эсерһәгеҙ, тиҙ һәйбәтләнер. – Үҙен Надя тип таныштырған ханым ҡағыҙ киҫәгенә кәрәкле дарыуҙар исемлеген яҙҙы.
– Башҡортса ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һорамай булдыра алманым.
Надя үҙе сыуаш ҡыҙы икән.
– Беҙҙең ауылда башҡорттар күп, уларҙың балалары менән һөйләшеп, уйнап үҫтек, шунан үҙемдән-үҙем өйрәндем дә ҡуйҙым. Бер ҙә ҡыйын түгел. Башҡортса уҡый ҙа, яҙа ла беләм, спектаклдәргә йөрөйөм. Яңыраҡ ҡына “Ҡоҙаса” комедияһын барып ҡараныҡ, бигерәк ҡыҙыҡ.
Ихлас ханымдың һүҙҙәренән кәйеф күтәрелеп китте.
Ә инде киткәндә:
– Иҫән булығыҙ, тиҙерәк һауығырға яҙһын, – тип хушлашыуы күңелгә һары май булып яғылды! Афарин!
Унан һуң бер нисә көн үтте. Был юлы кесе ҡыҙыбыҙҙың температураһы күтәрелде. Йәнә “Ашығыс ярҙам” һандарын йыйҙыҡ. Йөҙөнә үк башҡорт ҡыҙы булыуы яҙылған ҡыҙға үҙебеҙсә өндәштем. Ул башын һелкеп:
– Говорите по-русски, не понимаю! – тимәһенме!
Һөйләшеп киттек. Исеме Зөлфиә икән. Ҡыҙ башҡортса белмәүенең сәбәбен район үҙәгендә үҫеүе, урыҫса уҡыуы менән аңлатты. Был юлы кәйеф төштө…
Читайте нас: