Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2020, 22:15

Гөлли Мөбәрәкова: "Атайымдың бар мөлкәте бер күн сумаҙан ине..."

Атайымдан беҙгә мираҫҡа бер күн сумаҙан ғына ҡалды. Уны ул һуғышҡа тиклем үк Мәскәүҙән алып ҡайтҡайны. Мул ғына гонорар алған сағы булғандыр, эсендә беҙгә тигән бүләктәре лә бар ине. Ул мал артынан ҡыуманы, байлыҡ тупламаны. Бөтөн мөлкәте – ана шул сумаҙанында. Һуғыштан яҙылған хаттар ҙа, атлы дивизия, генерал Шайморатов хаҡында яҙмалар ҙа, фотолар ҙа һаҡлана ине унда. Ул саҡта ҡағыҙ ҙа булмағандыр инде, плакаттарҙы йыртып, шуның артына хат яҙғандар. “Салауат Юлаев” фильмын ҡарап, Салауат исеме менән, ил өсөн, Сталин өсөн яуға сыҡтыҡ” тигән хаттарҙы уҡығанымды хәтерләйем. Хәйер, ундайҙар ғына түгел, төрлө йөкмәткелеләре бар ине. Фильмды ҡарағандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың атайыма һоҡланыуҙарын белдереп яҙған хаттары ла күҙемә салынды. “Товарищ Мубаряков! Посмотрела фильм. Вы мне очень понравились. Я бы хотела поближе с вами познакомиться”, – тиелгәйне ниндәйҙер грузин ҡатынының хатында. Әсәйем юҡ-юҡта, шул хатты иҫенә төшөрөп төрттөрөп алһа, атайым бер аҙ маһайыбыраҡ китеп көлөп кенә ҡуя ине. БАССР-ҙың Юғары советы депутаты ине бит Арыҫлан Әхмәт улы (Гөлли Арыҫлан ҡыҙы атаһын йыш ҡына шулай ҙурлап телгә ала – Авт. ). Егерме йыл дауамында, биш саҡырылыш рәттән, депутат итеп һайланғас, һүҙе үткәндер, халыҡтың ихтирамы ла, ышанысы ла ҙур булғандыр. Әлеге шул сумаҙанда төрлө үтенес белдереп яҙған хаттар ҙа бар ине. Ваганов исмендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлаған тәүге профессиональ балерина Зәйтүнә Насретдинованың хатын асыҡ хәтерләйем: “Товарищ Мубаряков! Обращаюсь к вам как депутату. Я живу далеко от театра. Ноги мерзнут. Помогите, пожалуйста, достать валенки” тиелгәйне унда. Ул саҡта барлыҡ театрҙар ҙа (опера һәм балет, башҡорт, рус драма, ҡурсаҡ театрҙары) әлеге опера һәм балет театры бинаһында эшләй ине. Ул тейешле кимәлдә йылытылмағас, өшөгәндәрҙер инде бахырҡайҙар. Бына шул ваҡытта нисек рух һынмаған ул?! Шуға аптырайым. Береһе лә зарланмаған, бер кем өҫтөнән дә ялыу яҙмағандар, ошо ауырлыҡтарҙы күрһәтмәйенсә, сәхнәгә сығып, үҙ эштәрен башҡарғандар...

Читайте нас: