"Тамаша" нәфис-публицистик журналының баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Илшат Зарипов тәғәйенләнде.
Илшат Булат улы Зарипов Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2005 - 2015 йылдарҙа “Шоңҡар” йәштәр журналында хәбәрсе, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Артабан “Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто” дәүләт-унитар предприятиеһының “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Илшат Зарипов - Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре.
Журналдың элекке баш мөхәррире Сөләймән Латипов хаҡлы ялға китте.