Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2020, 17:30

Азамат Юлдашбаев: "Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам"

Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам...“Шоңҡар”ҙар. Оҙатып ҡалған ҡыҙығыҙ ҡаршы алдымы һуң?Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде. Йыландан һаман да ҡурҡам, хатта һүрәтен күрһәм дә тертләп китәм. Ә ҡыҙҙар хаҡында... ҡуй, өндәшеп тормайым (көлә). Әйткәндәй, видеокамеранан да ҡурҡа инем. Уныһын еңеү өсөн телевидениеға эшкә урынлашырға тура килде. Әммә ҡурҡыуҙы еңеү – бер, сәхнәнән, телевидениенан һөйләгән телмәрең өсөн яуаплылыҡ тигән нәмә икенсе төшөнсә. 2002 йылда Өфөгә күсеп килгәндә мин бер кем дә түгел инем. Шуға күрә сығыш яһауы ла еңелерәк булғандыр. Бөгөн мин кемгәлер әйләндем. Юҡ, ниндәйҙер дәрәжә, дан-шөһрәт, маҡтаулы исем, вазифа хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Улары юҡ миндә... Минең бөгөн Азамат тигән исемем бар. Һәм ул миңә яуаплылыҡ һала. Сәхнәгә сығам, телевидение аша сығыш яһайым икән, ана шул Азамат тигән исем өсөн яуаплылыҡ тоям. Ә ул саҡта мин амбициоз йәш кеше инем. Тик был йәш кешегә ҡырҡ йәш ине инде. Һәм уның бер нәмәһе лә юҡ ине: исеме лә, фатиры ла, эше лә... Әммә ул Өфөнө яуларға тип килгәйне: йә уға – Өфөнөң, йә Өфөгә уның аҫтына ятырға тура киләсәк... (Ҡысҡырып көлә)“Шоңҡар”ҙар. Хәҙер нисек килеп сыҡты инде?Азамат Юлдашбаев. (Йәнә көлә). Алмашлап. Бер көндө ул. Бер көндө мин. Ҡыҫҡаһы, Камасутра.“Шоңҡар”ҙар. Ә шулай ҙа ҡыҙҙар тураһында ла ишетке килә бит әле...Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар тураһында сәғәтләп һөйләшә алам. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәтем, ысынлап та, һәйбәт. Сөнки улар ҡайһы бер егеттәргә ҡарағанда “егетерәк”. Ә ирҙәр ваҡланды бөгөн.

Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам...
“Шоңҡар”ҙар. Оҙатып ҡалған ҡыҙығыҙ ҡаршы алдымы һуң?
Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде. Йыландан һаман да ҡурҡам, хатта һүрәтен күрһәм дә тертләп китәм. Ә ҡыҙҙар хаҡында... ҡуй, өндәшеп тормайым (көлә). Әйткәндәй, видеокамеранан да ҡурҡа инем. Уныһын еңеү өсөн телевидениеға эшкә урынлашырға тура килде. Әммә ҡурҡыуҙы еңеү – бер, сәхнәнән, телевидениенан һөйләгән телмәрең өсөн яуаплылыҡ тигән нәмә икенсе төшөнсә. 2002 йылда Өфөгә күсеп килгәндә мин бер кем дә түгел инем. Шуға күрә сығыш яһауы ла еңелерәк булғандыр. Бөгөн мин кемгәлер әйләндем. Юҡ, ниндәйҙер дәрәжә, дан-шөһрәт, маҡтаулы исем, вазифа хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Улары юҡ миндә... Минең бөгөн Азамат тигән исемем бар. Һәм ул миңә яуаплылыҡ һала. Сәхнәгә сығам, телевидение аша сығыш яһайым икән, ана шул Азамат тигән исем өсөн яуаплылыҡ тоям. Ә ул саҡта мин амбициоз йәш кеше инем. Тик был йәш кешегә ҡырҡ йәш ине инде. Һәм уның бер нәмәһе лә юҡ ине: исеме лә, фатиры ла, эше лә... Әммә ул Өфөнө яуларға тип килгәйне: йә уға – Өфөнөң, йә Өфөгә уның аҫтына ятырға тура киләсәк... (Ҡысҡырып көлә)
“Шоңҡар”ҙар. Хәҙер нисек килеп сыҡты инде?
Азамат Юлдашбаев. (Йәнә көлә). Алмашлап. Бер көндө ул. Бер көндө мин. Ҡыҫҡаһы, Камасутра.
“Шоңҡар”ҙар. Ә шулай ҙа ҡыҙҙар тураһында ла ишетке килә бит әле...
Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар тураһында сәғәтләп һөйләшә алам. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәтем, ысынлап та, һәйбәт. Сөнки улар ҡайһы бер егеттәргә ҡарағанда “егетерәк”. Ә ирҙәр ваҡланды бөгөн.
Читайте нас: