Туғыҙынсыны Дәүләкәндә тамамланым. Ата-әсәм фажиғәгә тарып, яҡты донъяларҙан китеп барғас, артабан уҡый алманым. Япа-яңғыҙмын, ҡайтыр ерем дә, һыйыныр кешем дә юҡ. Йортобоҙ бикле тора... Каникулды беҙҙең ауылдан сығып, хәҙер Ҡаҙанғол совхозында йәшәгән туған тейешле кешеләрҙә үткәрҙем дә, улар менән кәңәшләшеп, совхоз директорынан мине һауынсы итеп алыуын үтендем. Етәксе ағай хәлемә инде. Килеүен-килдем дә бит, тик үҙемдең быға тиклем һыйыр һауып ҡарағаным да юҡ. Иркә генә үҫтек бит беҙ. Йорт эштәренә бик ҡушмай торғайнылар. Ғөмүмән, ҡәҙерле генә, һөймәлекле генә бала булдым. Ҡурҡа-ҡурҡа эшкә барҙым. Ундағы һауынсылар, төрлө ерҙән йыйылып, дөйөм ятаҡта йәшәгән йәш кенә апайҙар, әрләп тигәндәй һыйыр һауырға өйрәтте. Йәш кешегә нимә инде! Тиҙ генә оҫтарып киттем. Етмәһә, ҡул менән һауып ыҙалайһы түгел, аппарат бар. Малҡайҙарға шул тиклем ныҡ эйәләштем, барып, тиҙ генә тамаҡ ялғап алам да, яндарына ашығам. Көндәрем шулар эргәһендә үтте. Һыйырҙарыма йырҙар йырлайым, серҙәремде һөйләйем. Ҡойроҡтарын таҙартып, йыуып ҡуйһам, ҡыҙ-ҡырҡындың сәсе кеүек матур булып ҡабарып китә торғайны. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына ҡараған тәжрибә-сәнәғәт хужалығы ине мин эшләгән урын. Төрлө тарафтарҙан ҙур-ҙур түрәләр, сит ил ҡунаҡтары килһә, күҙ һалығыҙ беҙҙең малҡайҙарға тип, иң тәүҙә минең ҡупшыҡай-һыйырҙарымды күрһәтәләр. Матур кешеләр эшләне унда. Нимәгәлер йәндәре көйһә, ҡысҡырып әрләшеп тә, һүгенеп тә алалар, әммә күңелдәре саф. Йәшәй-йәшәй шуны белдем: бәғзеләр әллә нисә дипломға эйә, ә күңел тороштары... Ундайҙарҙан Хоҙай һаҡлаһын.
16 йәш тулып, паспорт алыу менән, директор ағайға рәхмәттәр әйтеп, Өфөгә артислыҡҡа уҡырға киттем. Алмаһалар, кире ҡайт, тип саҡырып ҡалдылар. Килһәм, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар йыйыу тамамланған. Киләһе йылға ла һуңға ҡалыуым бар тип, кире ҡайтып торманым. Минең бит хыялым бар! Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Өфөлә эш эҙләргә булдым. Черниковка биҫтәһенең Орджоникидзе мәҙәниәт һарайында Әхәт Әсләмов етәкселегендәге халыҡ театры барлығын белеп ҡалдым. Уның хәләл ефете күрше ауылдан беҙгә туған тейешле кеше икән. Иң тәүҙә шунда йүгерҙем. Бик теләп халыҡ театрына актриса итеп ҡабул иттеләр. Ул дворецтың киң баҫҡыстарынан менгәндә шатланыуҙан йөрәгем алҡымыма етә яҙыуы бөгөнгөләй иҫемдә. Был тойғо әле лә үтмәгән. Театрҙа баҫҡыстан күтәрелгәндә һәр саҡ шулай. Бигерәк мөғжизәүи һөнәр шул беҙҙә. Иң мөһиме, уны аң менән, тел менән аңлатып булмай. Шул тиклем күп ҡырлы, сикһеҙ... Шуның менән ҡәҙерле ул. Ысынлап та, терегөмөш һымаҡ ул театр. Тере булыуы менән бәхетле, тере булыуы менән ҡәҙерле. Һәм мәңге үлмәйәсәк. Әлбиттә, әле театрға ҡарата ынтылыш, элекке һымаҡ мөхәббәт һүрелеберәк тора. Әммә барыбер ысынбарлыҡты, хәҙергене генә күрергә, тойорға теләгән кешеләр кәмемәй, иншалла.