Беҙҙең халыҡта элек-электән мохтаждарға, өлкәндәргә ярҙам итеү матур йолаға әүерелгән. Бөгөнгө үҙ аллы изоляция шарттарында был хәрәкәт тағы ла йәнләнде. Изге күңелле йәштәр өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлекте, көндәлек кәрәк-яраҡты һәм дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерә. Бәлки, һеҙҙең арала ла волонтерҙар сафында йөрөргә теләүселәр барҙыр? Улайһа 8 800 200 3411 телефон һандары буйынса шылтыратып яҙылырға мөмкин.