Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2020, 21:00

Ҡасан өйләнәһең инде?

Ауыл хужалығы техникумын тартып-һуҙып тамамлаған Ильяс диплом алған көндә бер һылыуҡайҙы ла эйәртеп ҡайтты. Өйләнергә теләүе икән. Буласаҡ килендең ҡайҙа эшләүе, кем булыуы, атай-әсәһе менән ҡыҙыҡһынғас, әсәһе кеше аулаҡта улына былай тине.- Балам, үҙең һымаҡ уҡыған, дипломлы ла кешене ҡара. Мин һине тәк зерәгә биш йыл буйы уҡытманым. Һатыусы ғына булып эшләй бит. Икенсенән, әле һиңә өйләнергә иртәрәк, 25 кенә йәш бит!Улының:- Әсәй, уҡыр әле, уға әле 18 генә йәш, - тип әйтеүен ишетергә лә теләмәне Әлфиә ханым.- Ауыҙыңды ла асма! Ҡайҙан тапҡанһың, шунда илтеп ҡуй! Әле һаҡалың билеңә етеп бармай. Үҙеңә тиң берәй уҡымышлыһы осрар әле.Егет әсәһенең холҡон яҡшы белгәнлектән, башҡаса һүҙ ҡатманы. Шулай итеп, ҙур өмөттәр менән алып ҡайтҡан һылыуҡай менән бергә була алманы.Унан һуң бер нисә йыл үтте. Ильяс күрше райондағы хужалыҡта агроном булып эш башланы. Көндәрҙең береһендә әсәһенә ул өйләнергә теләге барлығын белдерҙе. Был һүҙҙе ишетеү менән әсә кеше тағы ла тәфсирләп һораша башланы:- Һөнәре кем?- Башланғыс кластар уҡытыусыһы.- Уныһы бигерәк һәйбәт. Бына, исмаһам, үҙеңә тиң кеше. Исмаһам, кеше һораһа ла, киленем уҡытыусы тип ғорурланып яуап бирермен. - Был һүҙҙәрҙе әйткәндә әсә кешенең күҙҙәре осҡонланып китте.- Ата-әсәһе ҡайҙа эшләй?- Ата-әсәһе юҡ шул. Етем үҫкән, апайҙарында.Әле генә ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан әсәнең төҫө ҡасты, йөҙө йәмрәйҙе, асыуланыуҙан ирендәре һалынып төштө.- Етем тип әйтәһеңме? - тип ҡабатлап һораны ул. - Ни эшләп һин гел шундай әҙәмдәрҙе табаһың ул? Йә белемһеҙ, томана, йә етем. Уға өйләнәм тип ауыҙыңды ла асма. Етем менән нисек толланғанымды үҙем генә беләм. Атайыңа сығып, ғүмер буйы бәхет остоғо күрмәнем. Бөтәһен дә үҙебеҙгә булдырырға тура килде. Бынау ваҡытта етем быҙау менән нисек донъя ҡорорға әйтәһең? Өйөн дә һалырға кәрәк. Ите, майы ла кәрәк тигәндәй. Шундай ваҡыттар ҡайныңдар ярҙам итһә, насар булырмы! Юҡ, юҡ! Башыңа ла алма! Башҡа берәүҙе табырһың әле! Донъя тулы ҡыҙҙар. Үҙеңә тиңе берәй ерҙә көтөп йөрөр әле...- Һуң, әсәй... - Был юлы ла Ильястың ниәте килеп сыҡманы.Бынан һуң тағы дүрт-биш йыл үтте. Ильяс һәйбәт кенә эшләп йөрөнө. Хужалыҡта аҡсаһын да ваҡытын да биреп торғас, хеҙмәт хаҡын йыйнаштырып, яңғыҙы өй бөтөрҙө. Көндәрҙең береһендә ул тағы әсәһенә кәләш алырға ниәтен белдерҙе. Әлфиә ханым тағы ла элекке кеүек һорауҙарын яуҙырҙы. Был юлы улы Сәлимә исемле һылыу менән дуҫлашып йөрөүен әйтте. Һораша торғас, буласаҡ килен Әлфиә ханымдың класташының ҡыҙы булыуы асыҡланды. Быны ишеткәс, әсәй кешенең сәстәре үрә торҙо.- Шуның ҡыҙы була тиһең инде! Ҡайҙан шул албаҫтының балаһы һинең юлыңа килеп осраны ул? Шуларҙың нәҫелен ғүмер буйы яратманым, яратмаясаҡмын да. Хәҙер һин шуның бисураһына өйләнеп, әҙер өйгә алып ҡайтырға уйлаһыңмы? - Әсәй кеше ярһып китеп, йоҙроғон төйнәне:- Бына уларға өй! Бына уларға кейәү! Ошоно еҫкәһендәр!- Һин, әсәй, бигерәк! Бер кем дә оҡшамай һиңә. - Улының былай тип әйтеүенә бигерәк тә ярһып китте әсә.- Ҡара әле нимә тигән була! Һиңә кәңәште мин бирмәй кем бирһен! Ярай, ярай, бар, ал шуны. Түлкә бында ике аяғының береһен баҫмаһын. Бәхиллегем юҡ.Әлфиә ханым бер аҙ йомшарғандай булды, унан күҙ йәштәрен һөртөп алды:- Шунан башҡа кәләш таба алмаҫмын тиһеңме! Әҙер донъяға йүгереп килергә әҙерҙәр күп булыр ул. Уларға һинең үҙең түгел, ә өйөң кәрәк. Йә, йәшең үтеп барһа бер хәл. Әле һиңә утыҙ биш кенә бит әле.Был юлы ла Ильястын ниәте килеп сыҡманы.Унан һуң теүәл биш йыл үтте. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә хыялланған Әлфиә ханым көндәрҙең береһендә улына былай тине:- Балам, ҡасан өйләнәһең инде, ғүмерең үтеп бара бит. Тиҫтерҙәрең ғаиләле, балалы булып бөттө. Бер генә һин һаман яңғыҙ. Балалы булһа ла, кәләш ал...

Ауыл хужалығы техникумын тартып-һуҙып тамамлаған Ильяс диплом алған көндә бер һылыуҡайҙы ла эйәртеп ҡайтты. Өйләнергә теләүе икән. Буласаҡ килендең ҡайҙа эшләүе, кем булыуы, атай-әсәһе менән ҡыҙыҡһынғас, әсәһе кеше аулаҡта улына былай тине.
- Балам, үҙең һымаҡ уҡыған, дипломлы ла кешене ҡара. Мин һине тәк зерәгә биш йыл буйы уҡытманым. Һатыусы ғына булып эшләй бит. Икенсенән, әле һиңә өйләнергә иртәрәк, 25 кенә йәш бит!
Улының:
- Әсәй, уҡыр әле, уға әле 18 генә йәш, - тип әйтеүен ишетергә лә теләмәне Әлфиә ханым.
- Ауыҙыңды ла асма! Ҡайҙан тапҡанһың, шунда илтеп ҡуй! Әле һаҡалың билеңә етеп бармай. Үҙеңә тиң берәй уҡымышлыһы осрар әле.
Егет әсәһенең холҡон яҡшы белгәнлектән, башҡаса һүҙ ҡатманы. Шулай итеп, ҙур өмөттәр менән алып ҡайтҡан һылыуҡай менән бергә була алманы.
Унан һуң бер нисә йыл үтте. Ильяс күрше райондағы хужалыҡта агроном булып эш башланы. Көндәрҙең береһендә әсәһенә ул өйләнергә теләге барлығын белдерҙе. Был һүҙҙе ишетеү менән әсә кеше тағы ла тәфсирләп һораша башланы:
- Һөнәре кем?
- Башланғыс кластар уҡытыусыһы.
- Уныһы бигерәк һәйбәт. Бына, исмаһам, үҙеңә тиң кеше. Исмаһам, кеше һораһа ла, киленем уҡытыусы тип ғорурланып яуап бирермен. - Был һүҙҙәрҙе әйткәндә әсә кешенең күҙҙәре осҡонланып китте.
- Ата-әсәһе ҡайҙа эшләй?
- Ата-әсәһе юҡ шул. Етем үҫкән, апайҙарында.
Әле генә ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан әсәнең төҫө ҡасты, йөҙө йәмрәйҙе, асыуланыуҙан ирендәре һалынып төштө.
- Етем тип әйтәһеңме? - тип ҡабатлап һораны ул. - Ни эшләп һин гел шундай әҙәмдәрҙе табаһың ул? Йә белемһеҙ, томана, йә етем. Уға өйләнәм тип ауыҙыңды ла асма. Етем менән нисек толланғанымды үҙем генә беләм. Атайыңа сығып, ғүмер буйы бәхет остоғо күрмәнем. Бөтәһен дә үҙебеҙгә булдырырға тура килде. Бынау ваҡытта етем быҙау менән нисек донъя ҡорорға әйтәһең? Өйөн дә һалырға кәрәк. Ите, майы ла кәрәк тигәндәй. Шундай ваҡыттар ҡайныңдар ярҙам итһә, насар булырмы! Юҡ, юҡ! Башыңа ла алма! Башҡа берәүҙе табырһың әле! Донъя тулы ҡыҙҙар. Үҙеңә тиңе берәй ерҙә көтөп йөрөр әле...
- Һуң, әсәй... - Был юлы ла Ильястың ниәте килеп сыҡманы.
Бынан һуң тағы дүрт-биш йыл үтте. Ильяс һәйбәт кенә эшләп йөрөнө. Хужалыҡта аҡсаһын да ваҡытын да биреп торғас, хеҙмәт хаҡын йыйнаштырып, яңғыҙы өй бөтөрҙө. Көндәрҙең береһендә ул тағы әсәһенә кәләш алырға ниәтен белдерҙе. Әлфиә ханым тағы ла элекке кеүек һорауҙарын яуҙырҙы. Был юлы улы Сәлимә исемле һылыу менән дуҫлашып йөрөүен әйтте. Һораша торғас, буласаҡ килен Әлфиә ханымдың класташының ҡыҙы булыуы асыҡланды. Быны ишеткәс, әсәй кешенең сәстәре үрә торҙо.
- Шуның ҡыҙы була тиһең инде! Ҡайҙан шул албаҫтының балаһы һинең юлыңа килеп осраны ул? Шуларҙың нәҫелен ғүмер буйы яратманым, яратмаясаҡмын да. Хәҙер һин шуның бисураһына өйләнеп, әҙер өйгә алып ҡайтырға уйлаһыңмы? - Әсәй кеше ярһып китеп, йоҙроғон төйнәне:
- Бына уларға өй! Бына уларға кейәү! Ошоно еҫкәһендәр!
- Һин, әсәй, бигерәк! Бер кем дә оҡшамай һиңә. - Улының былай тип әйтеүенә бигерәк тә ярһып китте әсә.
- Ҡара әле нимә тигән була! Һиңә кәңәште мин бирмәй кем бирһен! Ярай, ярай, бар, ал шуны. Түлкә бында ике аяғының береһен баҫмаһын. Бәхиллегем юҡ.
Әлфиә ханым бер аҙ йомшарғандай булды, унан күҙ йәштәрен һөртөп алды:
- Шунан башҡа кәләш таба алмаҫмын тиһеңме! Әҙер донъяға йүгереп килергә әҙерҙәр күп булыр ул. Уларға һинең үҙең түгел, ә өйөң кәрәк. Йә, йәшең үтеп барһа бер хәл. Әле һиңә утыҙ биш кенә бит әле.
Был юлы ла Ильястын ниәте килеп сыҡманы.
Унан һуң теүәл биш йыл үтте. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә хыялланған Әлфиә ханым көндәрҙең береһендә улына былай тине:
- Балам, ҡасан өйләнәһең инде, ғүмерең үтеп бара бит. Тиҫтерҙәрең ғаиләле, балалы булып бөттө. Бер генә һин һаман яңғыҙ. Балалы булһа ла, кәләш ал...
Читайте нас: