Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2020, 16:25

Бөгөн Әлфиә Юлсуринаның көнө!

Халҡыбыҙҙың моңло, яратҡан йырсыһы Әлфиә Юлсурина бөгөн үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы 1960 йылдың 25 апрелендә Бөрйән районының Иҫке Собхағол ауылында тыуған. Һәләтле ҡыҙ 1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Ҡулына диплом алғандан һуң Иҫке Собханғол мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.1996 йылдан бөгөнгө көнгәсә Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.Әлфиә Юлсурина менән йыш аралашырға тура килә. Райондарҙа халыҡ уны ябайлығы, ихласлығы, киң күңеллеге өсөн дә үҙ итә. "Миндә бер генә тамсы ла көнләшеү юҡ, – ти йырсы, – Бер ҡасан да, бер кемдән дә көнләшмәйем. Бының өсөн Хоҙайға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Талантлы кешеләрҙе бик хөрмәт итәм, был йырсының тауышы шәп, тип бер ҡасан да көнләшеп ултырғаным юҡ, ҡыуанам ғына. Матур итеп кейенеп йөрөгән кешеләрҙе яратам, уларға ҡарап һоҡланам. Минең дошмандарым да юҡ. Әгәр ҙә кемдер миңә оҡшамай икән, уның менән аралашмайым да ҡуям. Уларға ҡарап, көйәләнеп йөрөмәйем. Янымда тик миңә оҡшаған, үҙем яратҡан кешеләр генә. Тамашасыларымды яратам, йырларға яратам – бөтә тормошом шул”.Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. Халҡыңды матур йырҙарың менән тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар ҡыуандырып йәшәргә яҙһын!

Халҡыбыҙҙың моңло, яратҡан йырсыһы Әлфиә Юлсурина бөгөн үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй.
Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы 1960 йылдың 25 апрелендә Бөрйән районының Иҫке Собхағол ауылында тыуған. Һәләтле ҡыҙ 1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Ҡулына диплом алғандан һуң Иҫке Собханғол мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.
1996 йылдан бөгөнгө көнгәсә Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Әлфиә Юлсурина менән йыш аралашырға тура килә. Райондарҙа халыҡ уны ябайлығы, ихласлығы, киң күңеллеге өсөн дә үҙ итә. "Миндә бер генә тамсы ла көнләшеү юҡ, – ти йырсы, – Бер ҡасан да, бер кемдән дә көнләшмәйем. Бының өсөн Хоҙайға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Талантлы кешеләрҙе бик хөрмәт итәм, был йырсының тауышы шәп, тип бер ҡасан да көнләшеп ултырғаным юҡ, ҡыуанам ғына. Матур итеп кейенеп йөрөгән кешеләрҙе яратам, уларға ҡарап һоҡланам.

Минең дошмандарым да юҡ. Әгәр ҙә кемдер миңә оҡшамай икән, уның менән аралашмайым да ҡуям. Уларға ҡарап, көйәләнеп йөрөмәйем. Янымда тик миңә оҡшаған, үҙем яратҡан кешеләр генә. Тамашасыларымды яратам, йырларға яратам – бөтә тормошом шул”.
Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. Халҡыңды матур йырҙарың менән тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар ҡыуандырып йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: