Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2020, 11:50

Башым етмәй…

Һәммәһе лә артығы менән.

Һай, шәп тә инде үҙебеҙ! Эшләйбеҙ! Ҡыйратабыҙ ғына. Быға айырыуса тантаналар ваҡытында, йыл һайын башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһағанда инанабыҙ.
–Уңыштар тос…
– Былтырғыға ҡарағанда шунса-шунса фатир күберәк төҙөлдө.
– Балалар баҡсалары ла.
– Дауаханалар, поликлиникалар ҙа артығыраҡ.
- Сәсәбеҙ, урабыҙ.
- Мал һаны ишәйгәндән-ишәйә.
- Тик халыҡтың кәмеүе генә хәүефкә һала.
Һәммәһе лә артығы менән! Йылдан-йыл шулай. Әллә шәп, әллә шәп булмағандарҙы маҡтайбыҙ, бүләктәр тапшырабыҙ, бәғзеләренә маҡтаулы исемдәр тәтей, икенселәре миҙал, орден алып ҡыуана.
Әммә әле һаман шуларҙың береһе лә халыҡҡа етмәүенә ғәжәп итерлек. Уйлап-уйлап ҡарайым да, һис кенә лә башыма һыймай. Фатирһыҙ йөрөгәндәр донъя, балалар баҡсаһына һыу оҙонлоғо сират, дауаханаларҙа урын юҡ. Аптыраҡ!
Читайте нас: