Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2020, 18:05

Ураҙа ваҡытындағы ғәмәлдәр

Ураҙа ваҡытындағы ғәмәлдәр 1. Рамаҙан айында һәр көн, йәғни, таң яҡтылығы йәйелгәндән башлап, сәхәрҙән һуң, ҡояш батҡансы ашамай-эсмәй һәм ир менән ҡатынға яҡынлыҡ ҡылмай тороу — бәлиғ һәм ғаҡыл булған һәр мосолманға ураҙа тотоу фарыҙ.Ураҙаның шарттары өсәү: 1) ниәт ҡылыу; Ниәтте тел менән әйткән кеүек, күңел менән дә әйтергә мөмкин. Теле менән һис бер һүҙ һөйләмәгән кеше, күңелдән иртәгә ураҙа тотосағын уйлаһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Сәхәр ашаған кеше лә ниәт иткән һымаҡ һаналыр, сөнки беҙ башҡа айҙарҙа шул сәғәттәрҙә тороп ашамайбыҙ 2) ашау-эсеүҙән тыйылыу; ураҙа сәхәрҙән һуң, киске ифтарға тиклем. Әгәр иртәнге аҙан тауышы ишетһәгеҙ, ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп бөтөү дөрөҫ. 3) енси яҡынлыҡтан тыйылыу ураҙа ваҡытында.Ураҙа булыуға сәхәр эскәндән-ашағандан һуң, таң атҡансы ниәт ҡылыу мөстәхәб (яҡшы күрелә торған эш). Шулай уҡ өйлә (төшкө намаҙға) ваҡытына бер сәғәттән ашыу ҡалғас ниәтләһәң дә дөрөҫ булыр.Ураҙаға бар күңел менән ниәт ҡылыу тейеш. Тел менән әйтмәйенсә, күңеленән генә иртәгә ураҙа тотасағын уйлаһа ла ураҙаһы дөрөҫ булыр.Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.Ҡояш байығас ураҙаны тамамлап, бер тәғәм, тоҙ йә һыу менән ифтәр ҡылыу, йәғни ауыҙҙы асыу сөннәт. Хөрмә, йөҙөм кеүек емештәр менән ифтәр ҡылыу мөхтәсәбтер.Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.Ураҙа булған кеше: 1) таң атҡансы төндө тороп, сәхәр эсер; 2) үҙ-үҙен гонаһ эштәрҙәң тыйыуҙы ниәт ҡылыр; 3) Буш ваҡыттарында дини китаптар уҡыр; 4) ҡояш байығас, ахшамдан алда ифтәр ҡылыр.Әбйәлил сайтынан.

Ураҙа ваҡытындағы ғәмәлдәр
1. Рамаҙан айында һәр көн, йәғни, таң яҡтылығы йәйелгәндән башлап, сәхәрҙән һуң, ҡояш батҡансы ашамай-эсмәй һәм ир менән ҡатынға яҡынлыҡ ҡылмай тороу — бәлиғ һәм ғаҡыл булған һәр мосолманға ураҙа тотоу фарыҙ.
  1. Ураҙаның шарттары өсәү: 1) ниәт ҡылыу; Ниәтте тел менән әйткән кеүек, күңел менән дә әйтергә мөмкин. Теле менән һис бер һүҙ һөйләмәгән кеше, күңелдән иртәгә ураҙа тотосағын уйлаһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Сәхәр ашаған кеше лә ниәт иткән һымаҡ һаналыр, сөнки беҙ башҡа айҙарҙа шул сәғәттәрҙә тороп ашамайбыҙ 2) ашау-эсеүҙән тыйылыу; ураҙа сәхәрҙән һуң, киске ифтарға тиклем. Әгәр иртәнге аҙан тауышы ишетһәгеҙ, ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп бөтөү дөрөҫ. 3) енси яҡынлыҡтан тыйылыу ураҙа ваҡытында.
  2. Ураҙа булыуға сәхәр эскәндән-ашағандан һуң, таң атҡансы ниәт ҡылыу мөстәхәб (яҡшы күрелә торған эш). Шулай уҡ өйлә (төшкө намаҙға) ваҡытына бер сәғәттән ашыу ҡалғас ниәтләһәң дә дөрөҫ булыр.
  3. Ураҙаға бар күңел менән ниәт ҡылыу тейеш. Тел менән әйтмәйенсә, күңеленән генә иртәгә ураҙа тотасағын уйлаһа ла ураҙаһы дөрөҫ булыр.
  4. Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.
  5. Ҡояш байығас ураҙаны тамамлап, бер тәғәм, тоҙ йә һыу менән ифтәр ҡылыу, йәғни ауыҙҙы асыу сөннәт. Хөрмә, йөҙөм кеүек емештәр менән ифтәр ҡылыу мөхтәсәбтер.
  6. Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
  7. Ураҙа булған кеше: 1) таң атҡансы төндө тороп, сәхәр эсер; 2) үҙ-үҙен гонаһ эштәрҙәң тыйыуҙы ниәт ҡылыр; 3) Буш ваҡыттарында дини китаптар уҡыр; 4) ҡояш байығас, ахшамдан алда ифтәр ҡылыр.
  8. Әбйәлил сайтынан.
    Читайте нас: