Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2020, 12:05

“Бала ниңә кәрәк һиңә?”

Тыуған яҡҡа йыш ҡайтырға тура килә. Хәҙер рәхәт – "попутчик"ка яҙаһың да, ултырып ҡайтырға теләгәндәр анһат ҡына табыла. Был юлы ҡырҡ биш йәштәрҙәге ҡатын ултырҙы. Әсәһен 17-18 йәштәрҙәге матур ҡыҙ оҙатып ҡалды. Күренеп тора: ҡатын шат, һөйләшкеһе килеп тора. – Ҡыҙым медицина университетына уҡырға инде, уға ярҙам итешеп, урынлаштырырға алып килдем, – тип һүҙ башланы ул. Бер аҙ барғас: – Ағай, табиптар ошо баламды саҡ һәләк итмәне, – тине. – Һеҙ бит гәзиттә эшләйһегеҙ, бәлки берәй нәмә яҙырһығыҙ. Ҡайһы бер табиптар ни эшләп улай ҡылана икән? – Нисек улай? – Зөлфиә – өсөнсө балам. Ауырға ҡалғас, иҫәпкә торорға табипҡа барҙым. Ул кәйефһеҙ генә ҡараны ла: "Һеҙгә нимәгә тағы бала кәрәк булды? Икәү етмәгәнме ни!" – тине дорфа ғына. Аптырап киттем. “Ошо ауыл бисәләренә хайран ҡалам: хәйерселекте көсәйтеп, бала табыуҙан бушамайҙар. Әллә аҡсаһына, әллә миҙалына ҡыҙығалар. Табырға теләмәһәң, хәҙер үк дауаханаға йүнәлтмә бирәм", – тигәс, өҫтөмә боҙло һыу һипкәндәй булдым. “Табасаҡмын!” – тинем. Ҡыҙыҡ инде табиптар, дүртенсегә ауырға ҡалғас та, шулай тип һөйләнделәр. Ярай әле мин үҙ һүҙемдә тора беләм. Ә бит йомшаҡ ҡатындар ҙа бар. Күршем, мәҫәлән, икенсегә ауырға ҡалып барһа, һин әле йәш, тағы ла табырһың, тип көсләп тигәндәй абортҡа ебәргәндәр. Аҙаҡ уларҙың балалары булманы... Юлдашым ҡыҙының гел "бишле"гә уҡығаны, медицина университетына еңел генә ингәне хаҡында ҡыуанып һөйләне. Мин уның һәйбәт белем алып, яҡшы табип булыуын теләнем. Халыҡ, милләтебеҙ үҫеше өсөн шундай белгестәр кәрәк бит...

Тыуған яҡҡа йыш ҡайтырға тура килә. Хәҙер рәхәт – "попутчик"ка яҙаһың да, ултырып ҡайтырға теләгәндәр анһат ҡына табыла.

Был юлы ҡырҡ биш йәштәрҙәге ҡатын ултырҙы. Әсәһен 17-18 йәштәрҙәге матур ҡыҙ оҙатып ҡалды.

Күренеп тора: ҡатын шат, һөйләшкеһе килеп тора.

– Ҡыҙым медицина университетына уҡырға инде, уға ярҙам итешеп, урынлаштырырға алып килдем, – тип һүҙ башланы ул.

Бер аҙ барғас:

– Ағай, табиптар ошо баламды саҡ һәләк итмәне, – тине. – Һеҙ бит гәзиттә эшләйһегеҙ, бәлки берәй нәмә яҙырһығыҙ. Ҡайһы бер табиптар ни эшләп улай ҡылана икән?

– Нисек улай?

– Зөлфиә – өсөнсө балам. Ауырға ҡалғас, иҫәпкә торорға табипҡа барҙым. Ул кәйефһеҙ генә ҡараны ла: "Һеҙгә нимәгә тағы бала кәрәк булды? Икәү етмәгәнме ни!" – тине дорфа ғына. Аптырап киттем.

“Ошо ауыл бисәләренә хайран ҡалам: хәйерселекте көсәйтеп, бала табыуҙан бушамайҙар. Әллә аҡсаһына, әллә миҙалына ҡыҙығалар. Табырға теләмәһәң, хәҙер үк дауаханаға йүнәлтмә бирәм", – тигәс, өҫтөмә боҙло һыу һипкәндәй булдым. “Табасаҡмын!” – тинем.

Ҡыҙыҡ инде табиптар, дүртенсегә ауырға ҡалғас та, шулай тип һөйләнделәр. Ярай әле мин үҙ һүҙемдә тора беләм. Ә бит йомшаҡ ҡатындар ҙа бар. Күршем, мәҫәлән, икенсегә ауырға ҡалып барһа, һин әле йәш, тағы ла табырһың, тип көсләп тигәндәй абортҡа ебәргәндәр. Аҙаҡ уларҙың балалары булманы...

Юлдашым ҡыҙының гел "бишле"гә уҡығаны, медицина университетына еңел генә ингәне хаҡында ҡыуанып һөйләне. Мин уның һәйбәт белем алып, яҡшы табип булыуын теләнем. Халыҡ, милләтебеҙ үҫеше өсөн шундай белгестәр кәрәк бит...
Читайте нас: