Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2020, 16:00

“Еңеү көнө” йырын бөтәбеҙ ҙә йырлайбыҙ!

Акцияға көн һайын бер төбәк ҡушыласаҡ.

Күңелдәрҙе елкендереп Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Ошо хөрмәттән Иҙел буйы федераль округында оло байрамға арналған “Еңеү көнө” йыры” тигән акция башланды.
Был йыр тәү тапҡыр 45 йыл элек яңғыраған. Уны шағир Владимир Харитонов һүҙҙәренә композитор Давид Тухманов яҙған. Әйткәндәй, йырҙы округтағы һәр төбәк рус һәм туған телдәрендә башҡарасаҡ. Ижад коллективтары йырҙары урындағы телеканалдарҙа 25 апрелдән 8 майға тиклем күрһәтеләсәк. Акцияға көн һайын бер төбәк ҡушыласаҡ. 9 Майҙа легендар йырҙы марафонда ҡатнашҡан барлыҡ коллективтар башҡарасаҡ.
Читайте нас: