Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2020, 16:15

Диктант яҙҙыҡ сәмләнеп

Шуныһы үҙенсәлекле - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Быйыл Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант онлайн-форматта үтте. Унда республиканың барлыҡ район һәм ҡалалары халҡы, Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 яҡын һәм алыҫ сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Бөтәһе 305 600 кеше туған теленән белемен тикшерҙе.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Владивосток, Яңы Уренгой, Владимир, Ноябрьск, Анапа, Мурманск, Якутск ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда йәшәгән 39 214 кеше лә диктант яҙҙы. Ҡытай, АҠШ, Канада, Португалия, Төркиә, Швейцария, Германия, Испания, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия, Абхазияла ғүмер иткән 3395 милләттәшебеҙ ҙә был сараға ихлас ҡушылды.
Шуныһы үҙенсәлекле - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу тәүге тапҡыр ойошторолдо. Унда 51 345 кеше ҡатнашты.
Читайте нас: