Күп аҡса сарыф итмәйенсә,
көндәлек образды затлыраҡ итеү ысулдары
Һәммәбеҙҙең дә матур кейенгебеҙ, затлыраҡ та, зауыҡлыраҡ та күренгебеҙ, башҡаларҙан нимәлер менән айырылып торғобоҙ, үҙ булмышыбыҙға, үҙ стилебеҙгә тоғро ҡалғыбыҙ килә. Әммә быға өлгәшеү өсөн мөмкинлектең самалы булыуы ла ихтимал. Мөмкинлек булғанда ла, кемдәргәлер ураған һайын үтә ҡиммәтле кейем алыу үҙен аҡламаған, мәғәнәһеҙ ғәмәл кеүек тойолоуы бар. Күп осраҡта өҫтөңдәге кейемдең хаҡын үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәй бит. Кемдер уны – үтә ҡиммәтле, бәғзеләр арзаныраҡ итеп ҡабул итәсәк.
Алтын урталыҡты табып, артыҡ аҡса сарыф итмәйенсә, көндәлек образды нисек ҡиммәтлерәк һәм үҙенсәлеклерәк итергә? Был маҡсатта түбәндәге кәңәштәргә таяна алаһығыҙ.
Аксессуарҙар әә күп нәмәне хәл итә. Бигерәк тә һүҙ тулы образ хаҡында барғанда, стилистар һәр саҡ ошо ҡағиҙәне билдәләй. Осһоҙға алынған ябай ғына фасонлы күлдәктә булып та, ҡулығыҙға ҡиммәтле сумка тотһағыҙ, өҫтөгөҙҙәге кейемдең хаҡы тураһында берәү ҙә уйлап тормаясаҡ. Шулай итеп, бер тапҡыр затлы сумкаға аҡса сарыф итеп, тотош гардеробығыҙҙы ҡиммәтле итә алаһығыҙ. Бынан тыш сумканың фасоны үҙенсәлекле лә, һеҙҙең барлыҡ копмлекттарығыҙға тап килерлек тә булһын.
Һуңғы йылдарҙа стилистар үтә нәҙек колготкиҙарға ҡаршы сыға. Йәйгеһен аяҡтарҙың яланғас һәм матур итеп ҡояшта янған булыуы яҡшы, тиҙәр. Ә көндәр һалҡыная төшкәс, ҡалыныраҡ колготкиҙарға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итәләр. Улар ни тиклем ҡалыныраҡ һәм тығыҙыраҡ булһа, аяҡты шул тиклем һомғолораҡ күрһәтә, образды ла байыраҡ итә тигән фекерҙә мода белгестәре.
Аяҡ кейеменең ҡиммәтле һәм сифатлы булырға тейешлеге бер кем өсөн дә сер түгел. Шундай мөғжизәле бер әйбер ул. Ҡиммәтле күлдәк кейеп тә арзанлы аяҡ кейеменә өҫтөнлөк биреү кешегә һис тә зауыҡ өҫтәмәй. Хатта уны көлкөлө хәлгә ҡалдырыуы ла ихтимал. Һайлаған аяҡ кейемегеҙ ҡиммәтле икән, арзан хаҡҡа алынған кейемде лә зауыҡлы итә ала. Бынан тыш осло дағалы нәзәкәтле туфлиҙарҙың кәүҙә кәмселектәренә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүе лә ихтимал. Нисек кенә булмаһын, затлы аяҡ кейеменә өҫтөнлөк биргән кеше һәр яҡтан да отасаҡ. Бигерәк тә көҙ-ҡыш айҙары өсөн ҡиммәтле лә, зауыҡлы ла, уңайлы ла итектәр һайлау мөһим.
Һәм, ниһайәт, иң мөһиме – беҙ үҙебеҙ. Күркәм кәүҙә торошо, матур, тәрбиәле сәстәр, таҙа бит тиреһе, идеаль формалағы ҡаштар, дөрөҫ яһалған макияж, ҡупшы маникюр һ.б. Әгәр ҙә үҙебеҙҙең йән үә тән сәләмәтлегенә төкөрөп ҡарап, тышҡы матурлығыбыҙ хаҡында ла уйланмаһаҡ, бер ниндәй ҡиммәтле кейем дә ярҙам итмәйәсәк. Гүзәл зат бөхтә, тәрбиәле икән, ул арзанлы кейемдә лә үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә әллә ни әһәмиәт бирмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта һәр бармағына тирлек затлы алтындар таҡҡан, ҡиммәтле күлдәктәге ханымдан һөйкөмлөрәк буласаҡ.