Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель 2020, 12:45

Ураҙа тураһында хәҙистәр

Ураҙа хаҡында хәҙистәр Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан: – «Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән» [1]. – «Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай» [2]. – «Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ» [3]. – «Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда» [4]. – «Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ» [5]. – «Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ» [6]. – «Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә» [7]. – «Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ» [8]. – «Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер» [9]. – «Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ» [10]. – «Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» [11]. – «Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң» [12]. – «Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер» [13]. – «Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» [14]. ???? Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәжжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан. [1] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан. [2] Ән-Нәсәиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. [3] Әл-Бәйһәҡиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. [4] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан. [5] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис. [6] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан. [7] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. [8] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан. [9] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. [10] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан. [11] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан. [12] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. [13] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан. [14] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис

Ураҙа хаҡында хәҙистәр
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:

– «Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән» [1].

– «Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай» [2].

– «Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ» [3].

– «Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда» [4].

– «Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ» [5].

– «Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ» [6].

– «Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә» [7].

– «Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ» [8].

– «Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер» [9].

– «Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ» [10].

– «Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» [11].

– «Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң» [12].

– «Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер» [13].

– «Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» [14].

???? Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәжжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан.

[1] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан.
[2] Ән-Нәсәиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис.
[3] Әл-Бәйһәҡиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис.
[4] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан.
[5] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис.
[6] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан.
[7] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис.
[8] Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан.
[9] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис.
[10] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан.
[11] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан.
[12] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис.
[13] Әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан.
[14] Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис
Читайте нас: