Бер ағай күршеләренә ҡунаҡҡа килгән, ти. Уға һурпалы билмән һалып биргәндәр. Ул тәүҙә һурпаһын эсергә, һуңынан ғына тәмләп-тәмләп билмәнен ашарға ярата икән. Шуға тәүҙә һурпаһын эсеп бөткән дә, билмәнен ашайым ғына тиһә, хужабикә, һурпа ярата икән тип, быға һурпа килтереп өҫтәгән, ти. Был йәнә һурпаһын эсеп бтәкән дә тағы билмәнен ашай һалайым тиһә, хужабикә йүгерә һалып килеп һурпа өҫтәй һалған. Ир кеше тағы ла һурпаһын эсеп бөткән. Ах-ах, ҡайһылай һурпа ярата был тип, хужабикә йәнә һурпа өҫтәгән. Инде ағайҙың түҙер хәле ҡалмаған, еннәнеп килеп торған да, билмәнеңде йәлләгәс, үҙең аша, тип үпкәләп ҡайтҡан да киткән.