Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2020, 12:52

Уны ысынбарлыҡҡа мәҙхиә йырлаусы тиҙәр

Һуңғы йылдарҙа бер-бер артлы нәшер ителеп торған роман-бестселлерҙары, шиғыр китаптары менән Рәсәй әҙәбиәтендә яҡты йондоҙ булып балҡып, тиҙ арала үҙ уҡыусыһын табып, уларҙың һөйөүен яулаған башҡорт егете Ринат Вәлиуллин тормошонан ун ваҡиға #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостанәҙәбиәте#ЛитератураБашкортостана

1. 1969 йылдың 29 ноябрендә Салауат ҡалаһында тыуа.
2. Ата-әсәһе ябай эшселәр була. Буласаҡ яҙыусы ла бала сағында ҡалаларындағы бер комбинатта инженер булып эшләргә хыяллана.
3. Уҡырға ике йәш ярымда өйрәнә. Ағаһы Альбертҡа класташтары килә һәм уның менән ҡустыһын тиҙҙән уҡырға өйрәтә алыу-алмауы тураһында бәхәскә инәләр. Әллә “уҡытыусыһы” шәп, әллә үҙе тырыш була, тегеләр еңелә.
4. Әҙәбиәт уҡытыусыһынан да уңа. Уның тырышлығы менән бәләкәй сағында уҡ Т. Драйзер, Шекспир әҫәрҙәре менән таныша.
5. Тәүге һөнәре - китап тыштарын биҙәүсе рассәм.
6. Беренсе китабы кулинария буйынса. Һуңыраҡ ошонда тәҡдим ителгән рецептар “Состояние Питер” романына ла инә.
7. Тәүге йөҙ китабы үҙнәшер менән донъя күрә һәм берәүһен коллегаһына бүләк итә. Ул нәшриәткә алып бара һәм башлана.... Башта өс мең, һуңынан унар меңләп...
8. Әҫәрҙәре тәү ҡарамаҡҡа ябай сюжет өлөштәренән генә төҙөлгән кеүек булһа ла, ундағы һәр һөйләмде афоризм итеп ҡабул итеп, шәхси тормошоңдағы күңелле лә, ауыр ҙа ваҡыттарыңда ҡулланып күңел йыуанысы табырға мөмкин.
9. Ринат Вәлиуллин ижадының төп үҙенсәлеге тормошто нисек бар шулай һүрәтләүендә, юҡҡа ғына уны ысынбарлыҡҡа мәҙхиә йырлаусы тимәйҙәрҙер.
10. Тәнҡитселәр уның ижадына күҙәтеү яһап рус футуристарының рәтенә индерһәләр, ул үҙенең яҙыу стилен сенсорлы замана технологиялары менән сағыштырып баһалай. Был, ысынлап та, шулай. Улар кеүек үк еңел үҙләштерелә, әммә бер “тейһәң” айырылырмын тимә.
Читайте нас: