Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Май 2020, 16:15

Зәкирйән Әминев. Башҡорт аттары

Һуңғы бер нисә йыл күршеләребеҙ татарҙар татар аты, – тип шау-шыу ҡуптарып, донъяла бер ниндәй ҙә «башҡорт аты», йәиһә «тыва», «яҡут аты» булмаған, улар бөтәһе лә «татар аты»ның төрҙәрелер, – тип яҙа башланылар. Күрше республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, интернет селтәрендә был турала байтаҡ ҡына мәҡәләләр баҫылды һәм әле булһа (ат) мал бүлешеү дауам итә.

Башҡорт аттары
Һуңғы бер нисә йыл күршеләребеҙ татарҙар татар аты, – тип шау-шыу ҡуптарып, донъяла бер ниндәй ҙә «башҡорт аты», йәиһә «тыва», «яҡут аты» булмаған, улар бөтәһе лә «татар аты»ның төрҙәрелер, – тип яҙа башланылар. Күрше республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, интернет селтәрендә был турала байтаҡ ҡына мәҡәләләр баҫылды һәм әле булһа (ат) мал бүлешеү дауам итә.
Ҡулыма Татарстанда йәштәр өсөн сығарылған “Идел” журналының быйылғы (2019 йылғы) май айы һаны килеп эләкте. Унда Чәчәк Гәрәеваның “Татарның үҙ аты бар” тигән мәҡәләһе баҫылған. Ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Баҡтиһәң, беҙ, башҡорттар, «башҡорт аты» тип ғорурланып йөрөһәк, был ат татарҙан үҙләшетерелгән икән дә. Бына һиңә «мә, белмәһәң, белеп ҡуй»тигән кеүек килеп сыҡты. Мәҡәләнән бер өҙөктө һүҙмә һүҙ килтереп китеү урынлы булыр. «Белгечләр әйтеүенчә, татар атлары – чиста нәселле, өч меңнән артык ел дәвамында аларның хәтта тышкы кияфәте дә үзгәрмәгән. Тик, менә үзләштерүчеләр табылган: татар атларын Тывада – тыва, Башҡортостанда – башҡорт, Монголиядә – монгол атлары дип йөртәләр икән» (баяғы журналдың 21-се бите).
Күрәһең, мәҡәлә авторы Чәчәк Гәрәева тарих менән бигүк таныш түгелдер. Быға тиклем тарихта күберәк башҡорт аты тураһында һүҙ бара торғайны. Бының үҙ сәбәптәре бар. Сөнки урыҫ армияһы менән бергә Рәсәй алып барған эреле-ваҡлы төрлө яуҙарҙа ҡатнашып, башҡорттар һәм уларҙың аты Рәсәй армияһында үҙҙәренә үлемһеҙ дан яулайҙар. Урыҫ генералдары башҡорт атының яу сифаттары тураһында яҡшы таныш була һәм Рәсәй армияһының кавалерияһы өсөн ошондай талымһыҙ, арымай-талмай 120–140 саҡрымды бер ҙә туҡтамай, алтышар-етешәр сәғәт саба алған ат тураһында хыялланған. Тик башҡорт аты ялбыр йөнлө, ҙур башлы, артыҡ ҙур булмаған кәүҙәле булағанлыҡтан армия эталонына (талаптарына) тап килмәгән. Шуға күрә Рәсәйҙең махсус ат заводтарында башҡорт аттарын төркмәндәрҙең ахал-текин тоҡомло һәм ғәрәптәрҙең тоҡомло аттары һәм башҡа халыҡтарҙың аттары менән төрлөсә ҡушып, армия эталонына тап килгән ҙурыраҡ кәүҙәле, ҡарап тороуға матурыраҡ булған аттар килтереп сығарырға тырышҡандар. Йәғни ҙур ҙа, матур ҙа һәм шул уҡ ваҡытта башҡорттоҡо һымаҡ сыҙамлы, талымһыҙ ҙа булһын. Тик генералдар теләгәнсә генә килеп сыҡмай шул. Аттар йә башҡорт тоҡомона оҡшап ялбыр, йәиһә ҡарап тороуға матур, тик башҡорт атының сыҙамлылығын, талымһыҙлығын юғалтҡан булып сыға.
Тарихҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡорттоң бөтә үткән тарихи юлы ат менән бәйле. Әгәр халыҡ ижадына күҙ һалһаҡ, унда йыш ҡабатланған «ҡайҙа ла бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы» тигән һәр башҡорт өсөн дә таныш юлдар иҫкә төшә иң алда. Башҡорт үҙ балаһын «ҡолонсағым» тип яратһа, ҡаҙаҡ иһә «ботагүз» (йәғни «дөйә күҙ») тип яраталыр. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрендә лә шул уҡ ат тояғы тыпырлаған тауышты ишетергә була.
Бүтән бер халыҡта ла башҡорттағы кеүек ат менән бәйле бай ауыҙ-тел ижады юҡтыр. Һәр халыҡ үҙ тарихынан сығып ижад итә һәм үҙ ижадында шул тарихты сағылдыра. Башҡорт иһә ат йәнле халыҡ булараҡ, атына арнап, нәмәләр генә ижад итмәгән. Боронғо эпостарыбыҙ – «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола» – тотошлайы менән ат менән кеше мөнәсәбәттәренә бәйле. Борон-борон замандарҙа нисек итеп Донъя (Ғаләм) барлыҡҡа килеүен тасуирлаған мәшһүр «Урал батыр» ҡобайырында мифик Аҡбуҙат башҡортҡа күктән төшөрөлгән тиелә. Риүәйәттәребеҙгә, легендаларыбыҙға күҙ һалһаҡ та, шуны уҡ күрербеҙ. Аҡбуҙат, Һарат, Турат һәм башҡа бихисап мифик аттарыбыҙ тураһында халыҡ әле булһа һөйләйҙер.
Фольклор, этнография экспедицияларында ат тураһында ғалимдар тарафынан әле лә төрлө материалдар яҙып алына. Башҡорттар әле булһа үҙҙәренең кәртә-ҡуралары янында берәй ҡолғаға ат башын ҡаҙап ҡуялар, сөнки уларҙың ышаныуҙарынса, был ат башы башҡорт донъяһын төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай.
Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районының хәҙер бөткән Фәйзулла ауылы эргәһендә археологтар ҡаҙыныу эштәре алып барғайнылар. Шул ваҡытта улар элекке өй ултырған нигеҙ буйынан таш ҡумта эсенә һалынған ат башын ҡаҙып сығарҙылар. Археологтарҙың был табышы минең этнограф булараҡ шул уҡ районда, элекке Фәйзуллаға күрше Байыш, Кәрешкә ауылы кешеләренән яҙып алған материалдар аша аңлатыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: атҡа бәйле ырымдарҙы, ышаныуҙарҙы мин археологтар баяғы ат башы һалынған ҡумтаны ҡаҙып сығарған көндө яҙып алғайным. Кисен эштәрҙе тамамлап, усаҡ янында сәй эсә-эсә кем нимә эшләүе тураһында һөйләшеп ултырғанда мин үҙ табыштарым тураһында һөйләп биргәс, археологтар мине үҙҙәре ҡаҙыныу эштәре үткәргән ергә алып барып, баяғы ат башы һалынған таш ҡумтаны күрһәттеләр. Йәғни археологтарҙың табышы минең халыҡтан яҙып алған этнографик яҙмаларым менән дәлилләнеп, башҡорттарҙа ат менән бәйле ырымдарҙың бик борон замандарҙан алып хәҙерге көндәргә тиклем әле булһа ла халыҡ хәтерендә булыуын күрһәтте. Башҡорттар боронғо дәүерҙәрҙә формалашҡан халыҡ булараҡ, уларҙың боронғо мифологик ҡараштарында аттарҙың ҡасандыр тотем булғанлығын күрһәткән материалдар беҙҙең көндәргә килеп еткән. Мәҫәлән, ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарындағы аралар үҙҙәренең килеп сығышын ат менән бәйләй. Былар ҙа башҡорт атының боронғолоғона ишара. Әгәр башҡорт атты үҙе эйәләштереп, формалаштырмайынса, икенсе берәй халыҡтан әҙер көйө үҙләштергән булһа, халыҡ ижадында бындай боронғо тотемистик ҡараштар формалаша алмаған булыр ине. Күршеләребеҙ, Ҡазан татарҙарында, йәш халыҡ булараҡ, бындай боронғолоҡ бөтөнләй осрамай. Сөнки улар бик һуң ойоша башлайҙар һәм XIX быуат аҙағына – XX быуат башына тиклем үҙҙәренең милли атамаһы (этнонимы) тураһында – «Беҙ кем Болғармы, Татармы, Мосолманмы?» – тип бәхәс ҡуптаралар. Башҡортта иһә, формалашыу этабын әллә ҡасан, мең йыл элек үткән халыҡ булараҡ, үҙҙәренең милли атамаһы (башҡортлоғо) тураһында бер ниндәй шик тыумай. Татарҙар үҙҙәренең кемлеген асыҡларға теләп, «Беҙ кем?» тигән һорауға яуап эҙләп бәхәсләшкән саҡта, башҡорт донъяһы күптән инде формалашыу этабын үтеп, ныҡлы аяҡта баҫып торған халыҡ булған һәм шул иҫәптән был уның атына ла ҡағыла.
Башҡортостандың Баймаҡ, Әбйәлил, Туймазы һәм элекке башҡорт ерҙәре булған күрше Силәбе өлкәһенән һатып алынған «башҡорт тоҡомло» аттар татар кешеһе һатып алғандан ғына «татар аты» булып китә алмайҙыр, тип уйлайым. Бындай логиканан сығып фекер йөрөтһәк, берәй урыҫ йәки башҡорт милләтле кеше ғәрәп тоҡомло ат һатып алып уны «урыҫ тоҡомло», йәиһә «башҡорт тоҡомло» тип әйтергә тейешме ни? Эйе, һатып алғас, был аттарҙың хужаһы хәҙер татар милләтле кеше һәм бында бер ниндәй бәхәстең булыуы ла мөмкин түгел. Тик һүҙ бит аттың фәлән-фәлән хужаһы тураһында түгел, ә тоҡомо тураһында бара. Ә тоҡом ул ҡапыл ғына килеп сыға торған нәмә түгел. Мал шундай-шундай тоҡомдан, тип әйтер өсөн ул бик оҙайлы селекция үтергә тейеш. «Башҡорт аты» бит уның әлеге хужаһы башҡорт булған өсөн генә түгел, ә меңәр йыллыҡ селекция үтеп, башҡа тоҡомло аттарҙан айырылып торған сифаттары булған өсөн һәм мотлаҡ башҡорт ерендә формалашҡаны менән генә «башҡорт тоҡомло» тип атала башлаған.
Башҡорттарҙың элек-электән Рәсәй ҡалаларындағы йәрминкәләргә меңәр баш ат алып барып һатыуҙары тураһында мәғлүмәттәр беҙгә килеп еткән. Элекке замандарҙа армияның төп көсө булып кавалерия иҫәпләнгән. Урыҫ армияһы кавалерияһына башҡорттар әллә нисә меңәр баш ат биреп торғандар. Башҡорттарҙың икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрендәге йылҡы өйөрҙәренә ҡыҙыҡҡан урыҫ дворяндары уларҙы төрлө юлдар менән тартып алырға тырышҡан. Урыҫ Рәсәй дәүләтенең сикһеҙ һәм оятһыҙ талаптарына сыҙамаған башҡорттар баш күтәрергә лә мәжбүр булған. Был баш күтәреүҙә башҡорттоң төп көсө һыбайлы яугир ҙур роль уйнаған. Ошо көстө нисек булһа ла кәметергә теләп, урыҫ властары башҡортто атһыҙ ҡалдырырға көсәнгән. Тарихи документтарға ҡарағанда, иң ярлы башҡорттоң да иң кәмендә егерме-утыҙ баш йылҡы малы булған. Башҡорттар менән етәкселек иткән губернаторҙар башҡорттарҙан һәр саҡ шикләнеп улар тураһында «атлы һәм ҡораллы» («конно и оружно»), тип яҙыр булғандар.
Чернов фамилиялы батша генералы, башҡорттарҙы һәм уларҙың тормош-көнкүрешен яҡшы белгән кеше булараҡ, башҡорт атына юғары баһа биргән. Был генерал беҙҙең ат тураһында: «Башҡорттар йөҙ һәм унан да күберәк саҡрым алһыҙ-ялһыҙ, бер туҡтауһыҙ алтышар-етешәр сәғәт һыбай сабып бара алалар. Уларға һәм уларҙың атына бер ниндәй ҙә сик, кәртә юҡ. Йылға осраһа, йылғаны аттан төшмәйенсә генә йөҙөп сығалар, урман осраһа, ағастар араһынан да бик етеҙ генә үтеп китәләр, текә тау осраһа ла, аптырап тормайҙар, һыбай көйө тауға үрмәләйҙәр. Башҡорттоң үҙе кеүек, аты ла талымһыҙ, бер ниндәй кәртәне белмәгән, йылғыр, сыҙамлы һәм ҡурҡыу белмәҫ мал», – тип яҙа.
Башҡорттарға ҡарата 1735–1740 йылдарҙа каратель экспедицияһына етәкселек иткән генерал Румянцев башҡорт аттарына һоҡланып: «Улар шундай етеҙ. Беҙҙең аттарға уларҙың артынан ҡыуып етеү мөмкин түгел», – тип яҙған.
Башҡорттар үҙҙәренең яу аттарында Минин менән Пожарский ополченияһында Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткәндә лә бик әүҙем ҡатнаша.
1812 йылғы Наполеонға ҡаршы һуғышта ла башҡорттар үҙҙәренең аттары менән егерме һигеҙ атлы полк төҙөп, Парижға барып етеп, Сена йылғаһында аттарын һуғарып, мәңге һүнмәҫ дан менән тыуған илдәре – Уралға ҡайталар. Башҡорттарҙың был һуғыштағы батырлыҡтарын урыҫ генералдары ғына түгел, француз яугирҙары лә һәм башҡорттар үтеп киткән ерҙәрҙә йәшәгән сит ил халҡы ла күреп, лайыҡлы баһалағандар. Был һуғышта ҡатнашҡан башҡорттарҙы һәм уларҙың ялбыр аттарын шул заман яҙыусылары, рәссамдары үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һынландырғандар.
Бөйөк Ватан һуғышында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлы дивизияһы ла мәңгелек дан яулай. СССР дәүләтендә төҙөлгән милли дивизияларҙан тик башҡорттар ғына үҙ ғәскәри берәмеген һаҡлап, Берлинғаса барып етеп, Одер, Эльба һәм башҡа немец йылғаларында аттарын һуғаралар. Телевизорҙан Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бер тапшырыуҙа ошо дивизия яугирының: «Беҙҙең үҙебеҙҙең аттарыбыҙ шундай аҡыллылар, яу яланында авиация бомбаға тота башлаһа, йәки артиллерия ата башлаһа, хужаһы менән бергә кәрәк ваҡытында ергә ята ла ҡуя торғайны. Аҙағыраҡ яуҙарҙа аттарыбыҙ күпләп ҡырылғас, дивизияға ҡаҙаҡ, монгол, тува аттарын килтерҙеләр, әммә улар ҡурҡаҡ булып сыҡтылар һәм атыш башланһа, өркөп саба башларҙар ине», – тип башҡорт аты тураһында һоҡланып һәм уларҙы йәлләп, күҙҙәре йәшкәҙәп, һөйләгәне хәтеремдә ҡалған. Бындай яугирлыҡ сифаты башҡорт атына быуаттар дауамында хужаһы менән бергә яу сабыуҙан һеңдерелгән сифат, тип әйтергә була. Минең үҙемдең Имаметдин Әминев тигән (хәҙер күптән инде мәрхүм) олатайым башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән кеше булды. Атайым менән һөйләшеп ултырғандарында ул яуҙа һәләк булған аттарҙы йәлләп, илар һәм шул уҡ ваҡытта шул аттар менән һоҡланыр ине.
Юл ыңғайы, тағы бер ҡыҙыҡ һәм мәҡәлә темаһына яҡын фактты иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. «Польша татарҙары» тигәнде күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Әммә был төрки этник төркөмдөң Иҙел татарҙарына бер ҡыҫылышы ла юҡ. Польша королдәренә һыбайлы яугирҙар кәрәк булғас, улар ҡырым татарҙарынан, нуғайҙарҙан һәм дә нуғай менән бергә булған башҡорттарҙан һыбайлы ғәскәр яллағандар. Ер эшкәртеү, сауҙа менән булышҡан Ҡазан татары, әлбиттә, һыбайлы яугир түгел һәм быны Польша королдәре яҡшы белгән. Ялланып, королгә хеҙмәт иткән баяғы һыбайлы яугирҙарға ер бүлеп бирелгән, улар унда төрлө имениеларға нигеҙ һалып, шунда ерегеп киткәндәр хәҙер «Польша татарҙары» төркөмөн тәшкил итәлер. Йәғни улар этник сығыштыры менән Ҡазанлылар түгел. Быны ни өсөн яҙам? Сөнки бынан бер нисә йыл элек Польша заповедниктарында, зоопарктарында һаҡланып ҡалған Пржевальский тоҡомло аттарҙы һатып алып ҡайтып, Ырымбур далаларына ебәреүҙәре тураһында яҙҙылар. Был аттарҙы ла «татар аты» тип нарыҡларға маташыуҙар булып алды. Тарихты белмәүҙәнме, әллә белеп тә факттарҙы һанға һуҡмаумы – әммә ҡайһы бер Татарстан ғалимдары һәм журналистары тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтеп, төрки донъяһындағы күп кенә факттарҙы татарҙыҡы итергә маташа. Шунлыҡтан улар үҙҙәре өсөн бик тә уңайлы «төрки-татар» тигән термин уйлап сығарҙылар. Һәм шунан файҙаланып, төрки халыҡтар ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы, уларҙың эҙе ҡалған урындарҙы татарҙыҡы тип атай башланылар. «Татар аты» тигән шау-шыу ҙа ошолар рәтенәндер. Төрки халыҡтар бик күптер. Төрки телдәре, халыҡтары буйынса данлыҡлы белгес Мәхмүт Ҡашғари (XI быуат) яҙғанса, «уларҙың теүәл генә һанын Аллаһы тәғәлә үҙе генә беләлер». Тик төрки телле халыҡтарҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Татарстан ғалимдарынан башҡа төрки донъяһының бер ғалимы ла бөтә төрки мираҫын үҙенеке итеп маташҡанын ишеткән юҡ.
Аттарға әйләнеп ҡайтһаҡ, уның тоҡомо тураһында һүҙ алып барғанда конкрет теге йәки был халыҡтың тарихи үткәне менән бергә ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, тыва халҡы Саян тауҙарында, Енисей йылғаһы бассейнында йәшәй. Тывалар үҙҙәре йәшәгән ҡырыҫ тәбиғәтле Себер шарттарына яраҡлашҡан аттар тоҡомон сығара алғандар. Иң төнъяҡты төйәк итеүсе «Яҡут аты» бар. Был ат яҡут халҡының тарихынан айырылғыһыҙ мал. Был аттар яҡуттарҙың ата-бабалары менән бергә Байкал күле яҡтарынан Лена йылғаһы буйлап хәҙерге Яҡутстан еренә үрләйҙәр һәм шул ерҙәрҙә хәҙерге сифаттарын формалаштыралар. Был ат тураһында мәғлүмәттәр Мәскәүҙә 2018 йылда «АСТ» нәшриәтендә сыҡҡан «Аттар. Оло энциклопедия» тигән китапҡа ла ингән. Был китапта шулай уҡ «Алтай аты», «Монгол аты» тураһында ла тулы мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Китап авторы А.А. Спектор бер ҙә уларҙы «татар аты»ның бер төрө, тип атамаған. Аттар тураһындағы китап авторы Татарстан ғалимдарының ҡайһы берҙәренә ҡарағанда яҡшыраҡ мәғлүмәтлелер, тип уйларға була.
Ошо уҡ китаптың 52–53-сө биттәрендә «Башҡорт аты» тигән ярайһы уҡ ҙур матур материал баҫылған.
Башҡорт аты хужаһына эйәреп, ҡайҙарҙа ғына булмаған да, уның тояҡ эҙҙәре ҡайҙарҙа ғына уйылып ҡалмаған. Тарихи материалдарға һәм башҡорт халыҡ ижадына күҙ һалһаҡ, Сахалин утрауынан, Порт-Артурҙан алып Дунай, Карпат, Венгрия, Польша, Францияға ҡәҙәр арауыҡта башҡорт һәм уның атының эҙҙәрен күрергә була. Мәҫәлән, 1897 йылғы Рәсәй империяһы халыҡтарының һанын алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Сахалин утрауында йәшәүселәрҙең күпселеге башҡорттар менән урыҫтар булып, шул ерҙең хужалары унда әҙселектә булған.
Ҡайҙа башҡорт аяғы баҫҡан, шунда уның аты ла барып еткән, тиергә кәрәк. Башҡорт төрлө сәбәптәр менән үҙе булған, күргән ерҙәр тураһында әллә күпме йырҙар ижад иткән һәм ул йырҙарҙа атына мотлаҡ бер нисә юлды булһа ла, бағышлап киткән. Хәҙер инде мәрхүм шағирыбыҙ оло талант эйәһе Рауил ағай Бикбаев “Башҡорт һәм ат” темаһына арнап, “Атлы азамат” тигән бик тә матур, фәһемле китап баҫтырғайны.
Башҡорт атының формалашҡан төп ерлеге – Көнъяҡ Урал һәм уның тирә-яғындағы урманлы, яланлы ерҙәр, ти ат буйынса белгестәр. Билдәле булыуынса, боронғо башҡорт ерҙәре көнбайышта Иҙел (Волга), Яйыҡ (Урал) йылғаларынан алып көнсығышта – Тобол, Иртышҡаса, ә көнъяҡтан төнъяҡҡа ҡарай – Ырымбур далаларынан алып хәҙерге Пермь крайының, Екатеринбург өлкәһенең төнъяҡ ерҙәренә Чусовая (башҡортса Шуша) йылғаһына тиклем булған һәм башҡорттар шул ерҙәрҙең төп хужалары булып торған. Һәм ошо ғәйәт ҙур ерҙең тәбиғәте башҡорт атының төп сифаттарын билдәләгәндер ҙә инде. Был аттың биографияһы бик боронғо дәүерҙәр менән бәйле һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының тарихынан айырылғыһыҙ. Ул көнсығыш ялан аттарының урман аттары менән ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән мал. Тимәк, был атта Урал киңлектәрен борон-борондан төйәк иткән тарпандар төп ролде уйнаған һәм шуға күрә лә башҡорт аттары үҙҙәренең ҡиәфәттәре менән тарпанға оҡшап торалар. Ошо ерҙәрҙә XX быуат башында ла тарпандар иркен йөрөгәндәр. Ғалим Рәшит Шәкүрҙең яҙыуына ҡарағанда, һуңғы тарпанды уҙған быуаттың 20-се йылдарында хәҙерге Бөрйән районы ерҙәрендә күреүселәр булған. Башҡорт аты үҙе формалашҡан ергә ныҡ береккән мал. Ҡырыҫ Урал тәбиғәтенә яраҡлаштырып формалаштырылған мал булараҡ, башҡорт аты бик сыҙамлы, көслө тоҡом. Билдәле булыуынса, Уралдың ҡалын ҡарлы, көслө буранлы, (ҡайһы бер йылдарҙа 42-52 градусҡа еткән) сатлама һыуыҡлы, етешәр айға һуҙылған оҙон ҡыштары һәм төрлөсә килгән йә эҫе, ямғырһыҙ ҡоро, йәиһә киреһенсә һалҡын, ямғырлы йәйҙәре – былар бөтәһе лә башҡорт атын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған. Башҡорт аты йыл буйы тибендә йөрөп, оҙон ҡыштарын ҡаты тояҡтары менән ҡалын ҡар аҫтынан да үҙенә ризыҡ таба алырлыҡ мал. Ҡышҡа ҡарай был аттар әҙерәк бөҙрәләнеп торған оҙон йөн менән ҡаплана. Белгестәр яҙыуынса, бөҙрәләнеп торған оҙон йөн башҡорт атының иң төп билдәләренең береһе. Башҡорт аттары һыбай йөрөүгә лә, егеп йөк ташыу өсөн дә уңайлы мал итеп тәрбиәләнгән. Улар хужаһының талаптарына тиҙ өйрәнә һәм тыңлаусан, күндәм мал. Башҡорт аты башҡа аттар кеүек үк өйөрҙә йөрөй. Һәр өйөрҙөң башында өйөр айғыры тора. Ул өйөргә тирә-яҡҡа таралып китергә бирмәйенсә, үҙ көтөүселәрен яҡшы танып, ситтәрҙе яҡынлатмайынса, һәр саҡ ҡурсалап тора. Башҡорт аттарының даны элек-электән яҡшы билдәле булып, был малды аҫырарға теләүселәр һәр саҡ күп булған. Әлеге ваҡытта башкорт тоҡомло аттарҙы күршеләребеҙ Татарстанда, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Ҡалмыҡ Республикаһында, Ҡаҙағстанда үрсетәләр. Һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙең республикабыҙҙа йылҡысылыҡҡа иғтибар бермә-бер артты һәм күпләп ҡымыҙ етештереү ойошторолдо. Ҡымыҙҙы шифалы эсемлек булараҡ, башҡорттар ғына түгел башҡа милләт кешеләре лә күпләп эсә башланы. Ҡымыҙ тигәндә, юл айҡан әйтеп китергә кәрәктер: Рәсәй империяһында ҡымыҙ менән дауалау өсөн курорт, санаторий кеүек нәмәләр беренсе булып XIX быуатта башҡорт ерҙәрендә асыла башлай. Чехов, Аксаков, Шафран санаторийҙары булып, улар әле лә уңышлы эшләп киләләр һәм унда илдең төрлө тарафтарынан ял итеп, дауаланырға теләүселәр күп. Ҡымыҙ менән дауаланырға башҡорттар йәшәгән ергә бөйөк яҙыусылар Л. Н. Толстой, А. П. Чехов һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр килеп киткәнлеге бөтәһенә лә мәғлүмдер. Был факттар ҙа башҡорт атының даны менән бәйле деталдәр.
«Татар аты» тигән төшөнсәгә кире килгәндә, әлбиттә, татар ҙа атһыҙ булмаған, тиергә була. Ғөмүмән, кешеләр атты ҡулға эйәләштергәндән һуң кеше менән бергә (Антарктиданы иҫәпләмәйенсә) аттың үтеп инмәгән ере юҡтыр. Әммә «татар аты» тип атарҙан алда ниндәй ат тураһында һүҙ барғанын аныҡларға кәрәктер. «Башҡорт тоҡомло аттар» тарихи башҡорт ерҙәрендә Урал тауҙарында һәм уның тирә-яғындағы ерҙәрҙә формалашҡан. Улар башҡорттоң үҙе менән бергә ошо ерҙәрҙе үҙләштереү этабында формалаштырылған һәм Урал тәбиғәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Ә татар аты менән хәл нисек? Ҡазан татарҙары формалашҡан ерҙәрҙең тәбиғи үҙенсәлектәре ниндәйерәк? Татар аты ла шул үҙенсәлектәргә яраҡлашып формалашҡан булырға тейеш бит. Шунан тағын бер һорау тыуа – татарҙар ниндәйерәк атты күҙ уңында тоталар – яу атымы, әллә хужалыҡта файҙаланыуға яраҡлаштырылған йөк атымы? Башҡортта иһә яу аты ла, хужалыҡта көн дә файҙаланылған йөк аты ла бар бит.
Мин бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районында ат үрсетеүсе, һәм Татарстан кешеләренә ат һатҡан кеше менән һөйләшкәйнем. Ул көлөмһөрәп; “Бында борсолорға бер ниндәй сәбәп юҡ, башҡорт тоҡомло ат беҙҙең башҡорт ере шарттарында ғына үҙ сифаттарын һаҡлай ала, ситтә бер нисә быуын үрсегәндән һуң улар башҡортлоҡ сифаттарын юғалтасаҡтар”, – тип аңлатҡайны, әгәр был дөрөҫ булһа. Моғайын да, ат менән булышҡан белгес булараҡ, ул яңылышмайҙыр, тип уйлайым.
Әлбиттә, Татарстан ауыл хужалығы белгестәре селекцияға ныҡлап тотонһалар, «татар тоҡомло аттар» килтереп сығарыр. Тик бының өсөн ярайһы уҡ оҙайлы ваҡыт, сабырлыҡ кәрәк. Урыҫ селекционерҙары төрлө «урыҫ тоҡомло аттар» килтереп сығарғандар бит. Татар ҙа «атлы булабыҙ», тип дәрт иткәс, уларҙан ҡалышмаҫ, тип уйлайым. Ҡасан да булһа, ысынлап та, «татар аты» тигән ат барлыҡҡа килер һәм татар егете шул атта был «минең атым», тип ғорур ултырыр. Күршеләргә был ынтылыштарында уңыш теләйек.
Башҡорт аты һәм уның тарихы тураһында бик күп яҙырға булалыр. Тик журналдың күләмгә талабы ныҡ тышаулап тота һәм мәҡәләне йомғаҡларға мәжбүр итә. Шуға күрә, һүҙемде әйҙәгеҙ һәр халыҡ үҙ малы-мөлкәте, тарихы менән үҙ-үҙе булып ҡалһын, күршенекенә әрһеҙләшеп ҡул һонмайыҡ, бер беребеҙҙе ихтирам итәйек, тип йомғаҡлағым килә.
Зәкирйән ӘМИНЕВ
Читайте нас в