Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2020, 21:45

Азамат Хәлиловты ни өсөн "Блин" тип йөрөткәндәр?

Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл төшкәйне. Зәңгәр экрандар аша “Күңелле йәшәйбеҙ!” тип яр һалыусы Башҡорт дәүләт драма театрына һуғылмай булдыра алманыҡ. Танылған актер Азамат Хәлиловты күреп сығыу ниәте лә бар, башҡа йомоштар ҙа… Ленин проспектында урынлашҡан бинаға килеп ингәс тә, ниңәлер, әллә ни күңелле йәшәгәнгә оҡшамаған былар, тигән уй тыуып ҡуйҙы. Берҙән, Өфө театрҙарындағы күркәмлеккә күнегелгән. Үкенескә күрә, провинция мәҙәниәт усаҡтары мәркәздәге “хан һарайҙары” менән тиңләшә алмай шул. Унан һуң касса янында ла әҙәм заты күренмәй. Баҡһаң, театрҙа ремонт бара һәм шул сәбәпле спектаклдәр ваҡытлыса ҡуйылмай икән. Яндан әле бер, әле икенсе актер үтеп китә. Ана, йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов... Бынауы ағайҙы бер аҙ сырамытам, әммә кем икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмайым. Театр тупһаһында ауыҙы ҡолағына еткән берәү күренде. Уныһы Азамат ағай үҙе булырға тейеш…– Шулай, һеңлем, кругом ремонт: театрҙа ла, фатирҙа ла, – тип йылмая актер.– Күңелле йәшәйһегеҙ инде…– Тап өҫтөнә баҫтың, һеңлем. Зарланырға ла, үткәндәргә ҡарап үкенергә лә яратмайым……Һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Стәрлетамаҡ тамашасыһына ғына түгел, Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Күңелле йәшәйбеҙ!” проекты аша тотош республика халҡына билдәле Азамат Хәлиловты тыңлап ултырыу үҙе бер кинәнес. Уның, урыҫтар әйтмешләй, һүҙ эҙләп кеҫә төбөн ҡапшай торғандарҙан түгеллеге барыһына ла мәғлүм. Етмәһә, оҫта мәрәкәсе лә. Бер нисә йыл элек урындағы халыҡ Азамат ағайҙы “Блин” тигән ҡушамат менән дә йөрөткән, имеш. Ниндәйҙер спектаклдә шул һүҙҙе йыш ҡабатлағанға таҡҡандар булһа кәрәк был исемде. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: хәҙер шул кеше, йәғни комик һәм трагик ролдәрҙе берҙәй уңышлы атҡарған талантлы актер, һорауҙарыма яуап биреп ултыра. Уны тыңлағанда көлмәҫ ереңдән көләһең дә, иламаҫ ереңдән илайһың инде.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл төшкәйне. Зәңгәр экрандар аша “Күңелле йәшәйбеҙ!” тип яр һалыусы Башҡорт дәүләт драма театрына һуғылмай булдыра алманыҡ. Танылған актер Азамат Хәлиловты күреп сығыу ниәте лә бар, башҡа йомоштар ҙа… Ленин проспектында урынлашҡан бинаға килеп ингәс тә, ниңәлер, әллә ни күңелле йәшәгәнгә оҡшамаған былар, тигән уй тыуып ҡуйҙы. Берҙән, Өфө театрҙарындағы күркәмлеккә күнегелгән. Үкенескә күрә, провинция мәҙәниәт усаҡтары мәркәздәге “хан һарайҙары” менән тиңләшә алмай шул. Унан һуң касса янында ла әҙәм заты күренмәй. Баҡһаң, театрҙа ремонт бара һәм шул сәбәпле спектаклдәр ваҡытлыса ҡуйылмай икән. Яндан әле бер, әле икенсе актер үтеп китә. Ана, йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов... Бынауы ағайҙы бер аҙ сырамытам, әммә кем икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмайым. Театр тупһаһында ауыҙы ҡолағына еткән берәү күренде. Уныһы Азамат ағай үҙе булырға тейеш…
– Шулай, һеңлем, кругом ремонт: театрҙа ла, фатирҙа ла, – тип йылмая актер.
– Күңелле йәшәйһегеҙ инде…
– Тап өҫтөнә баҫтың, һеңлем. Зарланырға ла, үткәндәргә ҡарап үкенергә лә яратмайым…
…Һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Стәрлетамаҡ тамашасыһына ғына түгел, Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Күңелле йәшәйбеҙ!” проекты аша тотош республика халҡына билдәле Азамат Хәлиловты тыңлап ултырыу үҙе бер кинәнес. Уның, урыҫтар әйтмешләй, һүҙ эҙләп кеҫә төбөн ҡапшай торғандарҙан түгеллеге барыһына ла мәғлүм. Етмәһә, оҫта мәрәкәсе лә. Бер нисә йыл элек урындағы халыҡ Азамат ағайҙы “Блин” тигән ҡушамат менән дә йөрөткән, имеш. Ниндәйҙер спектаклдә шул һүҙҙе йыш ҡабатлағанға таҡҡандар булһа кәрәк был исемде. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: хәҙер шул кеше, йәғни комик һәм трагик ролдәрҙе берҙәй уңышлы атҡарған талантлы актер, һорауҙарыма яуап биреп ултыра. Уны тыңлағанда көлмәҫ ереңдән көләһең дә, иламаҫ ереңдән илайһың инде.
Читайте нас: