Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Май 2020, 16:21

Уҡытыу-тәрбиә эшендә ваҡытлы матбуғаттың әһәмиәте ҙур

“Йәншишмә”, “Аманат”ты – урта, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”де юғары кластарҙа уҡыйбыҙ

Ғафури районының Юлыҡ мәктәбендә утыҙ йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева уҡытыу-тәрбиә эшендә ваҡытлы матбуғаттың әһәмиәте ҙур тип иҫәпләй.
“Шоңҡар” журналы менән электән дуҫмын, - ти ул. – Уҡытыусы булараҡ та, класс етәксеһе булараҡ та рәхәтләнеп ҡулланам. Бигерәк тә ата-әсәләр менән уртаҡлашыр мәҡәләләр һәйбәт бында. Алдынғы ҡарашлы, уңыштарға ирешкән йәштәр тормошо менән танышып, фәһем алырға, был тормошта яңылышып, ауыр хәлгә ҡалғандар тураһында уҡып ғибрәт алырға, ундайҙарҙың хатаһын ҡабатламаҫҡа өйрәтәләр йәштәрҙе.
“Күңелле журнал” тип ҡулға алам мин уны. Ғөмүмән, журналды уҡып сыҡҡандан һуң, күңелдәр күтәрелеп, йәшлеккә ҡайтып килгәндәй булаһың. Мәҡәләләрҙә проблемаларҙан сыға белеү юлдарын күрһәтеп, бигерәк тә йәш ваҡытта, хәл ителмәҫтәй проблемалар юҡ икәненә ышандыра “Шоңҡар”.
Әлеге ваҡытта киләһе ярты йыллыҡҡа ҡыҙыу гәзит-журналға яҙылыу бара. Дуҫтар, ә һеҙ “Шоңҡар”ға яҙылдығыҙмы?
Читайте нас: