Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2020, 10:35

Азамат Хәлилов: "Бер бөртөк ҡаҙаҡ яҙымышымды хәл итте"

– Бер бөртөк кенә ҡаҙаҡ минең яҙмышты хәл итте, һеңлем, – тине Азамат ағай етди ҡиәфәткә инеп. – Мәктәптә уҡығанда көрәш менән мауыға торғайным. Республика ярыштарында ла ҡатнаштым. Стәрлетамаҡ физкультура техникумына инергә тип йөрөгән баш ине. Юлға сығырға ла ваҡыт еткән. Иртән ялан кәртәлә бикле торған һарыҡтарға бер аҙ бесән ырғытайым әле, тип аҙбарға йүнәлеүем булды, үтәнән-үтә ҡаҙаҡҡа килтереп тә баҫтым (Азамат ағайҙың йөҙөндә һыҙланыу ғәләмәте барлыҡҡа килде, ул миңә шул этюдты уйнап тиерлек күрһәтте. Йәлләнем үҙен. – Авт.). Ярам шешеп, аҙып китте. Аяҡһыҙ ғына ҡала яҙҙым. Йәй буйы дауаханала ятырға тура килде шулай. Имтихандарға һуңланым. Әммә ҡайҙалыр уҡырға инергә кәрәк ине…Таныш сценарий… Ғәжәп инде, ошондайыраҡ хәлгә тарыһалар, ғәҙәттә, буласаҡ актерҙарҙың барыһын да тиерлек “Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына студенттар ҡабул ителә” тигән иғлан ҡотҡара. Улар әлеге уҡыу йортона килеп имтихандар тапшыра ла һис ҡаршылыҡһыҙ шунда ҡабул ителә. 1987 йылда Азамат ағайҙы ла шул яҙмыш көтә.Мәктәптә әллә ни һәйбәт уҡымаһа ла, артабан мотлаҡ берәй һөнәр үҙләштерергә кәрәк, тигән маҡсат менән янған хыялға бай егет шул ваҡытта мөжғизәгә ышана яҙа. Ышанмаҫлыҡ та түгел шул. Ә бит күңел төбөндә бала сағынан уҡ сәнғәткә ынтылыш йәшәй. Баян класы буйынса музыка мәктәбен дә тамамалай. Йырлап та килештерә. Гитарала ла уйнай белә. Шиғыр ҙа яҙып ҡарағаны бар. Әммә, егет башым менән сәхнә тип йән атып йөрөү килешмәҫ, тигән уй уны ул ниәтенән ваз кистерә. Хәҙер иһә был мөмкинлек өсөн ҡыуанып бөтә алмай буласаҡ актер. Юғиһә, ҡайһылыр уҡытыусыһының тегенең шуҡлығына йәне көйөп “бер ҡайҙа ла уҡырға алмаясаҡтар һине, урам буйында эшһеҙ йөрөйәсәкһең”, тип әрләүе йөрәген әрнетә ине бит.Ысынлап та, малай сағында үтә шаян булған икән Азамат ағай. Үҙе тыуып үҫкән Иҫке Собханғолда ул ҡылған “этлектәрҙе” әле лә иҫләйҙәрҙер, моғайын. “Берәйһенә таҡта килтереп бушатыуҙары була, төнө буйы шуны икенсе кешенең ҡапҡа алдына ташып бөтә торғайным”, ти бит. Ул сама көстө ҡайҙан алғандыр инде? Өлкән йәштәге инәйҙәрҙең тәҙрәләренә “шаҡылдатҡыс”тар ҡуйып хитланыуы хаҡында ла телгә алды ул. Мәшәҡәтле генә эш булған икән быныһы ла.Азамат ағай малай ваҡытындағы шилмалығы хаҡында һүҙҙе ары дауам итеп тормаһа ла, мут йылмайыуынан “этлектәре” былар менән генә сикләнмәүен самалағайным инде. Ғәмһеҙ балалыҡ йылдарын иҫкә алғанда актерҙың күҙҙәрендә һағыш шәүләһе лә сағылғандай ине. Баҡһаң, ике йәшлек кенә сағында әсәһе Фәриҙә апай мәрхүмә булып ҡалған икән. Шуға ла, кейәүгә тормошон яйға һалырға кәрәк, был донъяла бер кем дә яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, атай кешегә бала бағыуы ауырыраҡ булыр, тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе, ейәндәрен үҙ ҡанаты аҫтына алырға ниәт ҡыла. Шулай итеп, Азамат ағай башлыса олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Етемһерәмәһен тип йәй һайын Өфөлә йәшәүсе апай-ағайҙарына йөрөтөп, йәне ни теләй шуның мәнән тәғәмләндереп, күңеленә хуш килгән кейем-һалым алып биреп торған улар. Әсәһенең туғандары ишле булғас, иғтибар ҙа мул тәтегән. “Атайым да кәрәк саҡта ярҙам итте, уның бик матур донъяһы, улы, ҡыҙы бар. Аралашып йәшәйбеҙ”, – тип һөйләне актер.

– Бер бөртөк кенә ҡаҙаҡ минең яҙмышты хәл итте, һеңлем, – тине Азамат ағай етди ҡиәфәткә инеп. – Мәктәптә уҡығанда көрәш менән мауыға торғайным. Республика ярыштарында ла ҡатнаштым. Стәрлетамаҡ физкультура техникумына инергә тип йөрөгән баш ине. Юлға сығырға ла ваҡыт еткән. Иртән ялан кәртәлә бикле торған һарыҡтарға бер аҙ бесән ырғытайым әле, тип аҙбарға йүнәлеүем булды, үтәнән-үтә ҡаҙаҡҡа килтереп тә баҫтым (Азамат ағайҙың йөҙөндә һыҙланыу ғәләмәте барлыҡҡа килде, ул миңә шул этюдты уйнап тиерлек күрһәтте. Йәлләнем үҙен. – Авт.). Ярам шешеп, аҙып китте. Аяҡһыҙ ғына ҡала яҙҙым. Йәй буйы дауаханала ятырға тура килде шулай. Имтихандарға һуңланым. Әммә ҡайҙалыр уҡырға инергә кәрәк ине…
Таныш сценарий… Ғәжәп инде, ошондайыраҡ хәлгә тарыһалар, ғәҙәттә, буласаҡ актерҙарҙың барыһын да тиерлек “Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына студенттар ҡабул ителә” тигән иғлан ҡотҡара. Улар әлеге уҡыу йортона килеп имтихандар тапшыра ла һис ҡаршылыҡһыҙ шунда ҡабул ителә. 1987 йылда Азамат ағайҙы ла шул яҙмыш көтә.
Мәктәптә әллә ни һәйбәт уҡымаһа ла, артабан мотлаҡ берәй һөнәр үҙләштерергә кәрәк, тигән маҡсат менән янған хыялға бай егет шул ваҡытта мөжғизәгә ышана яҙа. Ышанмаҫлыҡ та түгел шул. Ә бит күңел төбөндә бала сағынан уҡ сәнғәткә ынтылыш йәшәй. Баян класы буйынса музыка мәктәбен дә тамамалай. Йырлап та килештерә. Гитарала ла уйнай белә. Шиғыр ҙа яҙып ҡарағаны бар. Әммә, егет башым менән сәхнә тип йән атып йөрөү килешмәҫ, тигән уй уны ул ниәтенән ваз кистерә. Хәҙер иһә был мөмкинлек өсөн ҡыуанып бөтә алмай буласаҡ актер. Юғиһә, ҡайһылыр уҡытыусыһының тегенең шуҡлығына йәне көйөп “бер ҡайҙа ла уҡырға алмаясаҡтар һине, урам буйында эшһеҙ йөрөйәсәкһең”, тип әрләүе йөрәген әрнетә ине бит.
Ысынлап та, малай сағында үтә шаян булған икән Азамат ағай. Үҙе тыуып үҫкән Иҫке Собханғолда ул ҡылған “этлектәрҙе” әле лә иҫләйҙәрҙер, моғайын. “Берәйһенә таҡта килтереп бушатыуҙары була, төнө буйы шуны икенсе кешенең ҡапҡа алдына ташып бөтә торғайным”, ти бит. Ул сама көстө ҡайҙан алғандыр инде? Өлкән йәштәге инәйҙәрҙең тәҙрәләренә “шаҡылдатҡыс”тар ҡуйып хитланыуы хаҡында ла телгә алды ул. Мәшәҡәтле генә эш булған икән быныһы ла.
Азамат ағай малай ваҡытындағы шилмалығы хаҡында һүҙҙе ары дауам итеп тормаһа ла, мут йылмайыуынан “этлектәре” былар менән генә сикләнмәүен самалағайным инде. Ғәмһеҙ балалыҡ йылдарын иҫкә алғанда актерҙың күҙҙәрендә һағыш шәүләһе лә сағылғандай ине. Баҡһаң, ике йәшлек кенә сағында әсәһе Фәриҙә апай мәрхүмә булып ҡалған икән. Шуға ла, кейәүгә тормошон яйға һалырға кәрәк, был донъяла бер кем дә яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, атай кешегә бала бағыуы ауырыраҡ булыр, тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе, ейәндәрен үҙ ҡанаты аҫтына алырға ниәт ҡыла. Шулай итеп, Азамат ағай башлыса олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Етемһерәмәһен тип йәй һайын Өфөлә йәшәүсе апай-ағайҙарына йөрөтөп, йәне ни теләй шуның мәнән тәғәмләндереп, күңеленә хуш килгән кейем-һалым алып биреп торған улар. Әсәһенең туғандары ишле булғас, иғтибар ҙа мул тәтегән. “Атайым да кәрәк саҡта ярҙам итте, уның бик матур донъяһы, улы, ҡыҙы бар. Аралашып йәшәйбеҙ”, – тип һөйләне актер.
Читайте нас: