Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2020, 23:49

Тылда ла еңел булмаған...

#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостанәҙәбиәте#ЛитератураБашкортостана Йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡованың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерләүҙәренән ун ваҡиға

Хәтерҙә тотҡан ваҡиғалар 10 ғына түгел, һәр кемдекенсәлер – үҫкән ғаилә, үҙең ҡорған ғаилә, балаларың ғаиләләре. Әммә, һуғыштан һуң тыуһам да, ул тамамланыуға 75 йыл ваҡыт уҙһа ла, бала күңелемә шул тиклем тетрәндереп уйылып ҡалған – иң тәүҙә шулар иҫкә төшә. Хәҙерге быуын да онотмаһын ине уҙған быуаттағы ваҡиғаларҙы – бөгөнгөнөң тамырҙары шунда бит. Бөгөн телгә алған 10 эпизод – уҙған быуатта хатта беҙҙең ғаиләнекеләр генә кисергәненең туҙан бөртөгөндәй ҙә юҡ...

  • 1. Һуғыш ваҡытында тылда ла еңел булмаған. 1937-лә Инйәр төбәгенән репрессияланғандарҙың һаны юҡ! Атайымдың тыуған ауылы Уҫманәнән Хәмзә мулла (фамилияһын хәтерләмәйем) Зәки Вәлидиҙең полк муллаһы булған. Ул байтаҡ ваҡыт шул тирәлә ҡасып йөрөгән. Уға ярҙам иткәндәр тип беҙҙең төбәк кешеләрен себен кеүек ҡырҙылар, тип һөйләй торғайны ҡәйнәм мәрхүмә. Олатайымды ла, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләп, алып киткәндәр. Ғаиләлә 5 бала ҡалған. Һуғышҡа шулай ҡаҡшап килеп ингәндәр.

  • 2. Һуғышҡа олатайымдың ике ҡустыһы ла алынған. Яуҙарҙа батырҙарса һәләк булдылар тигән ҡара хаттар ғына килгән. Олатайым да әйләнеп ҡайтмаған инде. “Халыҡ дошманы” ғаиләһе кисергәндәрҙе Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен. Атайымдың яратҡан ҡустыһы Хәйерлезаман астан үлгән. Исеме хәйерле лә, заманы хәйерһеҙ булған шул.

  • 3. Ағас ҡырҡырға Башҡортостандың төрлө яҡтарынан йәш ҡыҙҙарҙы эшкә йыйып алып килгәндәр. Ул меҫкендәр ҡыштарын билдән ҡар йырып, арҡыры бысҡы менән ағас йыҡҡан. Баҫылып үлгәндәр ҙә булған. Ауыр эшкә сыҙамай, ҡаса торған булғандар. Шуға күрә барактарҙы төнгөлөккә бикләп, тәҙрәләренә тимер рәшәткә ҡағып тотҡандар. Көҙйылғалағы бер баракта ҡышҡыһын төндә ут сығып, бер барак ҡыҙҙар янып үлгән...

  • 4. Ағас ҡырҡыу нормаһы ҙур булған – көнөнә 6 кубометр! Ҡәйнәм ҡайныма ярҙам итергә йөрөгән – арҡыры бысҡы менән бысып, бөхтә итеп әрҙәнәне өйөп, ботаҡтарын, сыбыҡ-сабығын йыйып ҡуйғандар: талап үтәлмәһә, норма әҙ яҙылған. Икеһенә 8 кубометр әрҙәнә өйә торған булғандар! Бензин бысҡыһы менән норма шулай ине леспромхоздарҙа 80-се йылдарҙа. Гитлер ҙа “блицкриг”ҡа өлгәшә алмаған, беҙҙекеләрҙең дә һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ үк еңербеҙ тигән өмөттәре аҡланмаған. Бронде лә ҡыҫҡартҡандар, ҡайнымды – биш бала атаһын – шулай уҡ һуғышҡа алғандар.

  • 5. Ҡәйнәм икмәк алыр өсөн ағас ҡырҡырға бер үҙе йөрөй башлаған. Ялан яғынан килгән ҡыҙҙы беркеткәндәр. Ул бахыр, ағас күрмәгән бала, ҡарға йығылып китә лә, әйбере боҙланып туңа, ти.

    Боҙланған бейәләйе менән тотҡан балтаһы тайып әллә ҡайҙа оса икән. Йә бейәләйе ҡулынан сиселеп китә ти. Ҡарға ултырып илай икән меҫкен. Ҡайҙан ҙур норма биреп булһын инде!

  • 6. Ҡәйнәмдең һалым түләргә аҡсаһы булмай, недоимка йыйылып киткән. Һыйырын алырға килгәндәр. Ҡәйнәм 3 йәшлек ҡыҙы Сәлиханы эләктереп алған да һыйыр һыртына ултыртҡан, бергә алып китегеҙ, барыбер аҡһыҙ астан үлә ул, тигән. Палнамуштары аптырап ҡалған, һыйырҙы ҡалдырып сығып киткәндәр. Аҙаҡ ниндәйҙер льгота барлығы асыҡланған, башҡасы төп туйҙырыусыға йоғонмағандар.

  • 7. Колхозһыҙ беҙҙең төбәктә аслыҡ үҙәкте өҙгән. Бәрәңгеһе лә уңмаған, серегән шул йылдары. Ҡар ирер-иремәҫтән колхоз яғында баҫыуҙарҙан башаҡ эҙләргә сыҡһалар, беҙҙең яҡта бәрәңге яландарын ҡаҙа башлағандар – серегән бәрәңге ап-аҡ булып ярмаланып ята торғайны, тип һөйләй торғайнылар ололар. Шуны “трахмал” (крахмал тигәндән) тип йыйып алып, өшә бешергәндәр.

  • 8. Күмер яндырырға ла Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡыҙҙар йыйып ебәргәндәр. Инйәрҙә булған шундай күмер мейестәре. Унда ағасты ялҡынланмай ғына яндырып, күберәк күмер килеп сыҡһын өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителгән. Инйәрҙә әле лә бар “углежжение” тигән шул урын. Мейес урындары йылдар булы ҡарайып күренеп ятты. Хәҙер нисектер...

  • 9. Ҡайным 17 апрель ҡайтып төшкән. Ул йылы яҙ иртә килгән. Ғәзиз ағай шуны ишеткәс, Аҡбейә тигән алыҫ ҡына тауҙан яланаяҡ, бер туҡтамай йүгереп ҡайтҡан. Ә атаһы киткәндә имсәк бала булып ҡалған Мөхәммәт улы, атаһы урамға сығып барғанда: “Апа, шинелеңде оноттоң!” – тип ҡысҡырып, барыһын да шаңҡытҡан (апа –оло ир кешегә өндәшеү).

  • 10. Һуғыш башланғанда 11 генә йәшлек булған әсәйем. Ул һөйләгәндәрҙән:

  • Ирҙәр һуғышҡа китеп бөттө. Тотош колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, балаларелкәһендә ҡалды. Көндөҙ баҫыуҙа тырма артынан ҡалған башаҡты йыябыҙ, төнөн иген һуҡҡан ерҙә иген көрәйбеҙ. Үлтереп йоҡо килә - аяҡ өҫтө тороп, лобогрейкаға тотоноп йоҡлай торғайным.
  • Ҡайтҡанда кейемде тикшерәләр - берәй ус иген урланмағанмы, йәнәһе. Ойоҡбаш ҡунысында иген табылған 18 йәшлек ҡыҙҙы төрмәгә ебәрҙеләр. Унан хат килде:

    - Эш колхоздыҡынан ауырыраҡ түгел, әммә режим менән ашаталар, ИКМӘК бирәләр.

    Шул хаттан һуң беҙҙең ҡыҙҙар рәттән иген менән тотола башланы.

    ...Күрше ҡатын өс балаһы менән астан үлде.
    Фотола: Гүзәл Ситдиҡованың йәне һәм ейәнсәрҙәре Үлемһеҙ полк йөрөшөндә.